Йәнтөйәк
-2 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
22 Октября , 11:25

Йәш көрәшселәр һынатманы

Бөгөн Байҡы урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының  XXIX Спартакиадаһы иҫәбенә милли көрәш буйынса  ярыштар үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш көрәшселәр һынатманыЙәш көрәшселәр һынатманы
Йәш көрәшселәр һынатманы

Келәмгә 2010-2013 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр — Хәлил, Яңы Бәрҙәш һәм Байҡы мәктәптәренән 30-ҙан ашыу спортсы сыҡты.

Старт алдынан баш судья Алмаз Әхмәтғәлиев балаларға кәңәштәрен бирҙе.

 Турнир йомғаҡтары буйынса ауырлыҡ категорияларында еңеүселәр билдәләнде.

Улар ноябрҙә Асҡын районында уҙасаҡ зона этабында сығыш яһаясаҡ.

Йәш батырҙарыбыҙға ныҡышмалы күнекмәләр һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

 

Йәш көрәшселәр һынатманы
Йәш көрәшселәр һынатманы
Йәш көрәшселәр һынатманы
Йәш көрәшселәр һынатманы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас