

Иртәнге ашты өлгөртөү өсөн таңдан килеп тәмле ризыҡтар әҙерләгән ашнаҡсылар һәм аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре бөгөн, 20 октябрҙә, үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Халыҡ-ара статусҡа эйә был байрамға Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһы тарафынан бынан 22 йыл элек, 2004 йылда нигеҙ һалына. Ҡашҡа урта мәктәбе ашханаһында эшләүсе Гөлназ Искәндәрова ла ошо яуаплы, теүәллек һәм ҙур оҫталыҡ талап иткән хеҙмәт эйәһе.
Гөлназ Марс ҡыҙы бирелә 2021 йылдан башлап эшләй. Уның төп вазифаһы — туҡланыу буйынса отчеттар төҙөү. Һәр ай һайын мәғариф бүлегенә грамын грамға тура килтереп, бухгалтер теүәллеге менән уҡыусыларҙы ашатыу буйынса отчет ебәрә, аҙыҡ-түлекте үлсәп ала, үлсәп бирә. Бынан тыш ул ашнаҡсыларға ашарға бешерергә, аш таратырға һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итә.
Һуңғы ваҡытта балаларҙың яҡшы сифатлы туҡланыуына дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бүленә: нормативтар билдәләнде, белем биреү учреждениелары ашханаларындағы ризыҡтың сифатына контроль һәм ҡаты яуаплылыҡ булдырылды. Һәм был дөрөҫ тә, балаларҙың өйҙә нимә ашауы – ата-әсәләр яуаплылығында. Әммә мәктәптә туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай булырға тейеш.
Ҡашҡа урта мәктәбендә үҙ эшен яратҡан һәм балалар туҡ, сәләмәт булһын, тырышып уҡыһын өсөн бөтә тырышлығын һалған ашнаҡсылар эшләй. Мәктәп ашханаһы эше тураһында педагогик коллективтан да тик яҡшы фекерҙәр ишетергә мөмкин.
— Мәктәптә уҡыусыларҙы көнөнә бер тапҡыр ашатыу ҡаралған. Ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренән булған, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикле балаларҙы ике тапҡыр ашатабыҙ. Туҡланыу сифатлы, файҙалы булырға тейеш. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа – балаларҙың: “Тәмле булды, апай, ҙур рәхмәт!” — тигән ихлас һүҙҙәре, — ти Гөлназ Искәндәрова.
Коллективынан уңыуын, бер ғаилә кеүек эшләүҙәрен дә һөйөнөс менән һөйләне ул. Аш бүлмәһендә тәжрибәле ашнаҡсылар Әлфизә Минһажева, Мәдинә Дилмиева, ошо уҡ бинала урынлашҡан балалар баҡсаһының хужалыҡ мөдире Илһөйәр Нәжметдинова менән иңде-иңгә терәп, кәңәшләшеп бергә эшләйҙәр. Мәктәп етәкселеге иһә хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш шарттары тыуҙырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Гөлназ Искәндәрова — Ҡашҡа ауылы ҡыҙы. Бирелә урта мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһында бухгалтер, электрон-иҫәпләү машиналары операторы һөнәрен үҙләштерә. Ошо белеме уға әлеге һөнәрендә нигеҙ булып, отчеттарҙы дөрөҫ төҙөргә ярҙам итә.
Ғаилә хәленә килгәндә, бар булмышын ашнаҡсы хеҙмәтенә бағышлаған һөйөклө ҡатын, бәхетле өс бала әсәһе лә Гөлназ Марс ҡыҙы.
Илһөйәр Махатова.