

Иршат Ғәйнелйән улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булды. Герой партаһын асыу – ул Тыуған ил өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен мәңгеләштереү мөмкинлектәренең береһе.
«Башҡалар унда булғанда көтөп ултыра алмайым». Иршат Мөхәмәҙуллин МХО-ға китергә ҡарар итеүен яҡындарына шулай тип аңлатҡан. Был ваҡытҡа уның 25 йыл хеҙмәт стажы, етәксе вазифаһы, һөнәри ҡаҙаныштары, ғаиләһе һәм өс балаһы була.
2022 йылдың сентябрендә Иршат мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға юллана, әммә сәләмәтлеге торошо буйынса ул ҡайтарып ебәрелә. Тарих ошоноң менән тамамланырға тейеш һымаҡ, әммә 2024 йылдың 6 февралендә ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән үҙе теләп контракт төҙөй, сөнки башҡалар Тыуған илде яҡлағанда ситтә ҡалырға тейеш түгелмен, тип һанай.
Иршат Ғәйнелйән улы 1976 йылдың 3 авгусында Ҡараяр ауылында тыуған. Мәктәптән һуң техник-механик белгеслеге алған, Йыраҡ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт үткән. 2000 йылдан алып ғүмерен геофизика менән бәйләгән. Хеҙмәт юлын водитель булып башлаған, артабан техник-геофизик, оператор, геофизика отряды начальнигы, һуңыраҡ сейсмик партияның техник етәксеһе
булған. 25 йыл эсендә ябай хеҙмәткәрҙән алып етәксегә тиклем юл үткән. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, һөнәри һәм спорт ҡаҙаныштары өсөн дипломдар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
2023 йылда Иршат Мөхәмәҙуллин Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған.
2004 йылда ул Ләйсән Рим ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Улар бергәләп өс бала — Камилә, Кәрим һәм Ризуанды, шулай уҡ Ләйсәндең ҡустыһы Венер Хәсәновты 10 йәшенән алып тәрбиәләгәндәр, ҡустылары һуңынан хәрби юлын һайлаған.
Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң, Иршат Ғәйнелйән улы 3-сө «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының инженер-саперҙар ротаһында өлкән сапер булып хеҙмәт иткән. Яугир иптәштәре уны «Капля» позывнойы буйынса белгән.
2025 йылдың 7 мартында алғы һыҙыҡта инженер-саперҙар төркөмө урынды миналарҙан таҙартыу һәм беҙҙең подразделениелар үтеү өсөн юл асыу буйынса бик ауыр бурысты үтәгән. Был урындың асыҡ участкаһында эшләгән ваҡытта төркөм дошман тарафынан күреп ҡалына һәм дрондар һөҗүме аҫтында ҡала. Яҡташыбыҙ һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн Иршат Мөхәмәҙуллин үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
«Герой партаһын» асыу тантанаһында Иршат Ғәйнелйән улының туғандары, хеҙмәттәштәре һәм яҡындары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Солтанова, Ҡараяр урта мәктәбе директоры Гөлфиә Хәсәнова, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
Батырҙар тураһында иҫтәлек һаҡлау — һәр кешенең изге бурысы. «Герой партаһы» Тыуған ил хаҡына батырлыҡты мәңге таныу символы буласаҡ. Ул уҡыусыларға илһөйәрлектең мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ, — тине Рәмил Карам улы сығышында.
Геройҙың тормош иптәше Ләйсән Рим ҡыҙы, хәрби алыштар ветераны, һауа судноһы командиры, икенсе класс осоусыһы, капитан Венер Хәсәнов, ауылдаштары һәм хеҙмәттәштәре Иршат Мөхәмәҙуллин тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм уның тураһында иҫтәлекте һаҡлауҙары өсөн ҡараярҙарға рәхмәт белдерҙе.
Хәҙер һәр уҡыусы ысын батырлыҡ күрһәткән кеше яҙмышы аша тере тарихҡа ҡағыла аласаҡ. Иршат Мөхәмәҙуллин тураһында яҡты иҫтәлек яҡташтар йөрәгендә мәңге йәшәйәсәк һәм, йәш быуында ил тарихына, уның традицияларына хөрмәт, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыу хисе тәрбиәләп, быуындан быуынға тапшырылып барасаҡ.
Марат Бүләков.
Автор фотолары.