

Сарала район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғиндуллин, урындағы мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашты.
Заманса майҙансыҡ яңы объект ҡына булманы — ул бар халыҡты тартып тороу үҙәгенә әйләнде.
Иң кескенәләр өсөн сағыу төҫтәрҙәге уйнау элементтары ҡуйҙылар, ә өлкәнерәк балалар һәм әүҙем йәшәү рәүешен алып барыусылар өсөн — воркаут өсөн заманса йыһаз.
Территория кәртә менән уратылған, ә ауылдың иң уртаһында урынлашыуы майҙансыҡты уңайлы итә.
Объект «Башҡортостан Республикаһында ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» дәүләт пограммаһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Проектты берҙәм финанслап тормошҡа ашрылар — аҡса федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан алына, шулай уҡ партнерҙарҙың бюджеттан тыш ярҙамы килә.
Сарала ҡатнашыусылар яҡташтары Алмаз Исламғәлиевҡа айырым рәхмәт белдерҙе, нәҡ уның финанс ярҙамы проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Шулай уҡ подрядсы — шәхси эшҡыуар Фрунзе Манукян һәм район хакимиәте адресына ла йылы һүҙҙәр әйтелде.
— Бындай майҙансыҡтарҙы беҙ йәш быуындың бәхетле мәлдәр менән тулы бер ҡайғыһыҙ бала саҡтары булһын өсөн эшләйбеҙ, — тине Айҙар Шәйҙуллин объектты асыу тантанаһында.
Ҡыҙыл таҫманы киҫеү байрамдың тулҡынландырғыс минуттары булды. Артабан майҙансыҡ йәнләнеп китте: өлкән кластарҙа уҡыусылар турникта дәртләнеп күтәрелде, кесерәктәр ҡаршылыҡтар һыҙатын үтте, ә иң бәләксәтәр тағандарҙа атынды һәм мини-тауҙарҙан шыуҙы.
Зәңгәр шыршы үҫентеләре ултыртыу көндөң тағы ла бер иҫтәлекле мәле булды. Унда уҡыусылары менән уҡытыусылар, балалары менән атайҙар һәм мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Һәр кем Тыуған ер тураһында хәстәрлек эшенә үҙ өлөшөн керетте.
Марат Бүләков.
Автор фотолары.