Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
18 Октября , 06:25

ҠАҺАРМАН АТАЙҘАР – ИЛЕБЕҘ АРҠАҺЫ

 Бөрө ҡалаһы юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән эшһөйәр халҡы, фәнни асыштары, хеҙмәттәре менән танылыу яулаған ғалимдары, талантлы сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яуаплы медицина хеҙмәткәрҙәре, талапсан педагогтары, алтын ҡуллы оҫталары, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға ашҡынған мәрхәмәтле кешеләре, өлгөлө ғаиләләре, маҡсатлы йәштәре менән данлы. Улар араһында ғаиләһенә оло терәк булған, ил хәстәре менән йәшәгән, Ватан бурысын үҙ иңенә алған ир-егеттәребеҙ айырым ихтирамға лайыҡ. Быйыл Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы тарафынан 7-се тапҡыр уҙғарылған республика конкурсында бер юлы өс ғаилә башлығының “Атай ҡаһарманлығы” наградаһына эйә булыуы ҡала һәм районыбыҙҙың лайыҡлы шәхестәргә бай булыуын тағы бер раҫланы. Бөрөлә генә түгел, республикала һәм Рәсәйҙә танылыу яулаған хөрмәтле педагогтар ғаиләһенең дүртенсе быуыны Руслан Вадим улы һәм Алена Игоревна Шәймиевтар ғаиләһе тураһында булыр һүҙебеҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠАҺАРМАН АТАЙҘАР – ИЛЕБЕҘ АРҠАҺЫҠАҺАРМАН АТАЙҘАР – ИЛЕБЕҘ АРҠАҺЫ
ҠАҺАРМАН АТАЙҘАР – ИЛЕБЕҘ АРҠАҺЫ

 

Өфөлә аспирантурала уҡып йөрөгән тормош иптәшемде Бөрө дәүләт педагогия институтында яңыраҡ ҡына асылған башҡорт-рус бүлегенә эшкә саҡырып килгәнендә танышҡайныҡ филология фәндәре докторы, профессор Вадим Әүхәт улы Шәймиев менән. Студенттарға белем биреү кеүек изге эшкә һуҡмаҡ яра башлауым да тап уның – факультет деканының изге фатихаһы менән башланды. Бөрөлә, хәҙер инде Өфө дәүләт нефть университетында  бергә эшләгән коллегалары, аспиранттары һәм студенттары Вадим Әүхәт улын кешелекле, киң эрудициялы булғаны өсөн хөрмәт итәләр. Уның йылы ҡанаты аҫтында кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланған. Ә Галина Александровна – физика-математика фәндәре кандидаты. Талантлы педагогтың студенттары Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә күренекле математиктар.

Бына ошондай интеллегентлы ғаиләлә тәрбиәләнә Руслан Вадим улы. Бәләкәйҙән зирәк, ҡыҙыҡһыныусан егет Бөрө дәүләт педагогия институты эргәһендәге лицейҙы — көмөш миҙалға, ә Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының сит телдәр факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тормош иптәше Алена Игоревна менән параллель кластарҙа уҡып, бер факультетта белем алалар. Әлеге ваҡытта Руслан Вадим улы – шәхси эшҡыуар. Инглиз телен онлайн уҡытыу эшмәкәрлеген йәйелдерә. Ә Алена Йосопова –  «Красная панда» инглиз теле мәктәбе директоры. Ҡалала ғаилә психологы, фотограф булып танылған.

“Ғаилә традициялары” номинацияһында “Атай ҡаһарманлығы” наградаһына  лайыҡ Руслан Шәймиев – биш ҡыҙ атаһы. Улар Зарина, Камила, Динара, Рената, Дарья исемле береһенән-береһе киң күңелле, матур ҡыҙҙарға лайыҡлы тәрбиә бирә. Ҡыҙҙар тик “бишле” билдәләренә өлгәшә, сәнғәт мәктәбендә музыка буйынса өҫтәмә белем ала. Ә бәләкәс Дарья 9-сы   «Алёнушка» балалар баҡсаһына йөрөй. Уларҙың ҡаҙаныштары тураһында айырым һөйләргә була. Сөнки 354 йыл педагогик стаж туплаған ғаилә династияһына тап төшөрөргә ярамауын яҡшы аңлайҙар. Ҡыҙҙарҙың бишәүһе лә мәктәп, район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урын яулай. Былтырғы ҡаҙаныштарҙы һанағанда ла, улар бихисап.

9-сы класс уҡыусыһы Зарина «Буревестник» спорт мәктәбе беренселегендә уҡтан атыу буйынса призер, ә инглиз теленән үткәрелгән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе булған. Апаһынан ике йәшкә кесе Камила –  уҡыусыларҙың Юрий Гагарин кубогы исеменә үткәрелгән республика олимпиадаһында инглиз теле буйынса мәктәп этабы еңеүсеһе. Динара – 5-се класс уҡыусыһы. Ул  рус теле буйынса олимпиаданың муниципаль этабында  иң юғары һөҙөмтә күрһәткән. Шулай уҡ спортты яратҡан ҡыҙ дзюдо буйынса ҡала һәм республика турнирҙарында 1-се урын яулаған. Рената иһә башланғыс класта уҡый. Башҡорт теле көнөнә арналған конкурстың муниципаль этабы еңеүсеһе булыуы менән хаҡлы ғорурлана.  Бәләкәй Дарьяға әле алты йәш.  Белем тауын иңләргә йыйына ғына. Шулай ҙа тырыштар ғына булдыра алған тәүге һөҙөмтәләре менән ата-әсәһен ҡыуандырып та өлгөргән. Былтыр мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн уҙғарылған «Беҙ – гагаринсы» олимпиадаһының локаль этабында физкультура һәм рәсем конкурстарында иң алдынғыһы, тип табылған.

Өлгөлө атай Бөрө ҡалаһының һәм районының Атайҙар советын етәкләй. Шуға күрә үҙ ғаиләһенә ныҡлы терәк кенә түгел, ә бөтә атайҙарға үрнәк булырға кәрәк. Юғары класс уҡыусылары, колледж студенттары менән осрашыуҙарҙа айыҡ һәм сәләмәт тормош юлын пропагандалай. Район кимәлендә үткәрелгән «Батырлыҡ уйындары», «Бөрө ярҙары», «Бөрө тарихы» кеүек фестивалдәрҙе ойоштороусылар исемлегендә.  «Вәғәҙәләр йүгереше-2026» спорт-һаулыҡ һаҡлау акцияһының да төп инициаторы ул була. Ҡаланың «Серебро» өҫтәл теннисы клубы ағзаһы булараҡ, команда составы менән Өфөлә, Үрге Тәтешле ауылында, Пермь крайының Көйәҙе ҡасабаһында уҙғарылған турнирҙарҙа ҡатнаша.

Руслан Вадим улы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса «Ҡала 3С» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманы етәкләй. Ойошма креатив йәмәғәт киңлектәрен булдырыу, стеналарҙы биҙәү идеяһын тәҡдим итә.

Ғәлиә Ғәниева.

ҠАҺАРМАН АТАЙҘАР – ИЛЕБЕҘ АРҠАҺЫ
ҠАҺАРМАН АТАЙҘАР – ИЛЕБЕҘ АРҠАҺЫ
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас