

«Кәбеҫтә кисәләре» тип аталды ул. Был — рус халҡының боронғо халыҡ байрамы һәм ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтәнән ризыҡ әҙерләү йолаһы. Петропавловка ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы һәм махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам сиктәрендә матур сара ойошторолдо.
Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вәсилә Әсхәт ҡыҙы Рагозина етәкселегендә әүҙем, рухлы ағинәйҙәр ауыл халҡы яратып үҫтергән һәм аш-һыуҙа киң ҡулланған йәшелсә — кәбеҫтәнән яугирҙарға тәмле ризыҡ әҙерләне.
Ғәҙәттә, был йола тәүге ҡырауҙар төшкәс һәм баҡсанан йәшелсәләр йыйып алынғас үткәрелә. Кәбеҫтәне оҙон ҡышҡа етерлек булһын өсөн күмәкләп өмә ойоштороп әҙерләгәндәр. Күршеләр, әхирәттәр һәм туғандар өйҙән-өйгә йөрөп, кәбеҫтәне бергәләп тураған һәм тоҙлаған. Был күмәк эш күңелле кисәгә әйләнгән: ул халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, шаяртыуҙар, төртмә һүҙҙәр һәм бейеүҙәр менән үрелеп барған. Өмә кәбеҫтә бәлештәре бешереп, тәмле сәй табыны менән тамамланған.
Петропавловка ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзалары ла Рагозиндар йортонда йыйылып, ошо матур йоланы иҫкә алып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ебәреү өсөн тоҙло кәбеҫтә әҙерләне.
Илһөйәр Махатова.
Альбирт Ҡәҙимов фотолары.