

Сарала Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә, дөйөм белем биреү һәм һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары ҡатнашты. Семинарҙы Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты һәм башҡорт, рус (туған) һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусылары ассоциацияһы менән берлектә Мәғариф министрлығы ойоштора.
Төп бурыстар — йәш белгестәргә ярҙам итеү, һөнәри тәжрибә уртаҡлашыу һәм туған телдәрҙе уҡытыуға заманса алымдар индереү. Сарала Асҡын районынан мәғариф бүлеге методисы Ләйсән Нафиҡова, Ҡубыяҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резеда Ғәлләмова һәм Асҡын 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләйсән Ғәлимова ҡатнаша. Семинарҙа ҡатнашыусылар башҡорт телен уҡытыуҙың педагогик практикалары һәм инновацион методикалары менән таныша.
Аҙаҡ ҡунаҡтар өсөн Ҡариҙел ауылының күҙәтеү майҙансығына һәм Үҙәк район моделле китапханаһына экскурсия ойошторола.
Бындай осрашыуҙар уҡытыусыларға тәжрибә уртаҡлашырға, эш өсөн яңы идеялар табырға һәм туған телдәрҙе уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә.
Илһөйәр Махатова.