

Һәр бала — ул бер йондоҙ. Был йондоҙҙар күп булған йортта нур ҙа яҡтыраҡ, йылылыҡ та тәрәнерәк. Районыбыҙҙа ишле ғаиләләрҙе хөрмәтләү, әсә булыуҙың бөйөклөгөн таныу матур йолаға әйләнде. Быйыл да республикабыҙҙың иң хөрмәтле бүләге — «Әсәлек даны» миҙалы иң лайыҡлы гүзәл заттарға тапшырылды. Республика көнө алдынан бәхетле әсә Гөлфиә Мөҙәрис ҡыҙы ошо награда менән бүләкләнде.
Асҡын ауылында йәшәүсе күп балалы Ғиләжевтар ғаиләһендә тыныслыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлек тантана итә. Декабрь айында Әлфир һәм Гөлфиәнең ғаилә ҡороп йәшәй башлауына 16 йыл тула. Уларҙың ғаилә тормошо бер-береңде аңлау һәм хөрмәт итеүгә ҡоролған. Был сифаттарҙы улар балаларында ла тәрбиәләргә тырыша. Атай кеше, әлбиттә, хужа һәм ғаилә башлығы, ә әсә — йорт йылыһын һаҡлаусы.
Ғиләжевтарҙың өлкән ҡыҙы Наиләгә — 15 йәш, Асҡын 1-се мәктәбендә 9-сы класта уҡый. Һүрәт төшөрөргә ярата, Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Ул — әсәһенең төп ярҙамсыһы. 14 йәшлек Айнур 7-се класта белем ала. Бәләкәйҙән футбол менән мауыға, бик етди, тырыш, маҡсатсан үҫмер. Ул атаһының уң ҡулы, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша. Азалия — ижади күңелле, бейергә, йырларға, музыка тыңларға ярата, 3-сө класта уҡый. Игезәктәр Алина һәм Регинаға — 5 йәш, бик ҡыҙыҡһыныусан, йомшаҡ күңелле, һөйкөмлө ҡыҙҙар, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Үҙ йәштәренә хас тынғыһыҙлыҡ менән тирә-яҡты өйрәнәләр, уларға бар нәмә лә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс.
Гөлфиә Мөҙәрис ҡыҙы бишенсе йыл «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ә Әлфир Әнүәр улы — төҙөүсе, бар эшкә лә маһир. Ул балта оҫтаһы ла, түбә ябыусы ла, слесарь ҙа, сантехник та, иретеп йәбештереүсе лә, механик та.
Ғиләжевтар хыялдарын тормошҡа ашырып, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ғаилә башлығы умарталар, рамдар һәм бал ҡорттары өсөн башҡа әйберҙәрҙе үҙе яһай, ә хәләл ефете уға һәр нәмәлә ярҙам итә. Хеҙмәт һөйөүсән ғаилә үҙ көсө менән йорт төҙөй һәм 2018 йылда күсенә. Төҙөлөш сығымдарын әсәлек капиталы ярҙамында ҡаплайҙар — был күп балалы ғаиләләргә тейеш булған төп ярҙамдарҙың береһе. Уларға шулай уҡ ер участкаһы ла бирелә. Әлфир һәм Гөлфиә күп балалы ата-әсәләргә тейешле ярҙам сараларының барыһы менән дә файҙалана.
Ә көндәлек тормошта Ғиләжевтар бары тик үҙ көстәренә генә таяна. Балалар бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалалар. Уларҙың ғаиләһендә татыулыҡ, берҙәмлек, хеҙмәт һөйөү хөкөм итә. Бәхетте матди байлыҡта түгел, ә бер-береңде аңлауҙа, бергә булыуҙа, балаларҙың шат көлөүендә күрә улар.
«Әсәлек даны» миҙалы — Ғиләжевтар ғаиләһенең уртаҡ уңышы. Был бүләк уларҙың күп йыллыҡ хеҙмәтен, сабырлығын, берҙәмлеген тағы бер тапҡыр раҫлай.
Нурсинә Әхмәрова.
Алия Ғилуанова фотоһы.