

Юбилярға изге теләктәрен һәм йылы ҡотлау һүҙҙәрен Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вәсилә Рагозина, урындағы “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Зөһрә Ҡәҙимова еткерҙе.
Йәмғүнә Нурислам ҡыҙының ғүмере тырыш хеҙмәттә үткән, 40 йыл Чапаев исемендәге колхозда малсылыҡта эшләгән. Бөгөнгө көндә бәхетле юбиляр улы һәм ҡыҙының, биш ейәненең, ете бүләһенең уңышына һөйөнөп йәшәй. Әйткәндәй, Йәмғүнә инәйҙең бер ейәне әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла.
Ҡәҙерле Йәмғүнә Нурислам ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, яҡындарынан яҡшы хәбәрҙәр ишетеп кенә йәшәргә яҙһын!
Илһөйәр Махатова.