Йәнтөйәк
+1 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Октября , 07:35

Һеҙ ниндәй төҫтәге кейемде яратып кейәһегеҙ?

Был кешенең холҡо, кәйефе менән бәйле икән.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һеҙ ниндәй төҫтәге кейемде яратып кейәһегеҙ?Һеҙ ниндәй төҫтәге кейемде яратып кейәһегеҙ?
Һеҙ ниндәй төҫтәге кейемде яратып кейәһегеҙ?

Кейем төҫө кеше тураһында ла нимәлер һөйләй, тиҙәр. Күҙәтеүҙәр ошо турала һөйләй.

Мәҫәлән, ҡыҙыл, һары, ҡыҙғылт һары төҫтәге кейем кейергә яратыусылар – аралашыусан, әүҙем, көс-ҡеүәттәре ташып торған кешеләр. Улар үҙҙәренә иғтибар йәлеп иттерергә яраталар.  

Зәңгәр, йәшел, аҡһыл көрән төҫтәге тынысыраҡ кейемгә өҫтөнлөк биреүселәр тотороҡлолоҡҡа ынтылалар, айырылып торорға яратмайҙар.

Арабыҙҙа ҡара төҫтө яратып кейеүселәр ҙә аҙ түгел. Йыйнаҡлыҡҡа ынтылыусылар ҡара төҫтәге кейемгә иғтибар итә.

Теге йәки был төҫтәге кейем һайлағанда кешенең кәйефе, тормош хәле, хатта йыл миҙгеле лә йоғонто яһай икән. Мәҫәлән, күңел көсөргәнеше, ҡайғы кисергән ваҡытта кеше ҡара төҫтәге кейемде һайлауы мөмкин. Ошо рәүешле ул тышҡы донъянан, иғтибарҙан ҡасырға теләй.

Үҙе теләгән образда булыу теләге менән дә кейем төҫөн һайлауҙары ихтимал. Мәҫәлән, үҙенә бик ышанысы булмаған холоҡло кеше ошо сифатын йәшереү маҡсатында сағыу кейем алыуы  мөмкин.

Шулай ҙа ниндәй төҫтә булыуы түгел, кейемдең кәүҙәгә килешеүе мөһимдер моғайын.

 

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас