Йәнтөйәк
+1 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Октября , 07:30

БПЛА - заманса алыштың мөһим ҡоралдарының береһе

Григорий подразделениеһы башҡарған бурыстар даирәһе киң. Улар кәрәкле урындарҙы асыҡлай, сәптәрҙе тоҫҡай, FPV-дрондар һәм самолет тибындағы аппараттар ҡуллана. Бынан тыш, пилотһыҙ аппараттар яугирҙәргә аҙыҡ-түлек килтереү һәм эвакуациялауҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем ҡулланыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
БПЛА - заманса алыштың мөһим ҡоралдарының береһеБПЛА - заманса алыштың мөһим ҡоралдарының береһе
БПЛА - заманса алыштың мөһим ҡоралдарының береһе

Бәләбәйҙән ҡыйыу йөрәкле Григорий үҙ һөнәрен МХО биләмәһендә БПЛА идаралығында таба.

Ул мәктәпте тамамлағандан һуң гидравлик машиналарҙы, гидроприводтарҙы һәм гидропневмоавтоматиканы файҙаланыу буйынса техник квалификацияһын ала. Мобилизацияға тиклем механизатор булып эшләй.

Повестка килгәс, Григорий уйламап та тормайынса хәрби комиссариатҡа бара. Яугир БПЛА взводына үҙ теләге менән килә. Уның ҡарары технологияларға, яңы техник ҡарарҙарға һәм заманса һуғыш алып барыу сараларына ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә.

– Бөгөн пилотһыҙ аппараттар – ул техника ғына түгел, ә заманса алыштың мөһим ҡоралдарының береһе, – тип билдәләй “Хакер”.

Григорий подразделениеһы башҡарған бурыстар даирәһе киң. Улар кәрәкле урындарҙы асыҡлай, сәптәрҙе тоҫҡай, FPV-дрондар һәм самолет тибындағы аппараттар ҡуллана. Бынан тыш, пилотһыҙ аппараттар яугирҙәргә аҙыҡ-түлек килтереү һәм эвакуациялауҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем ҡулланыла.

“Хакер” хәрби бурыстарҙы үтәү менән бер рәттән “Синергия” университетында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге йүнәлеше буйынса юғары белем ала. Ул биш семестрҙы тамамлаған, диплом алғанға тиклем ни бары ике семестр ғына ҡалған. Хеҙмәт ваҡытының күп өлөшөн алһа ла, Григорий һәр мөмкинлектән файҙаланып, уҡыуға иғтибарын бүлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына саҡырыу дауам итә. БПЛА батальоны сафында хеҙмәт итеү менән ҡыҙыҡһынған республика халҡы Өфөлә, Октябрь Революцияһы урамы, 3-сө йорт адресы буйынса көнүҙәк һорауҙарға яуап ала ала. Телефон номерҙары: +7 995 948-65-41, +7 908 358-00-00.

 

Фото: Азат Сәхәбиевтең "Мах"тағы яҙмаһынан күсермә.

Автор:
Читайте нас