

Карауат аҫтына, шкафҡа йә башҡа аулаҡ урындарға йәшенмә – унда төтөн тиҙ йыйыла.
Танауың менән ауыҙыңды яулыҡ менән ҡапла.
Тиҙ үк өйҙән сығып кит, ишекте асҡыс менән бикләмә.
Кейемеңә ут ҡапһа – уны һүндерер өсөн иҙәнгә ятып тәгәрә.
Лифт ҡулланма – баҫҡыстан төш.
Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас , 112 телефонына шылтырат.
Мөһим!
Бүлмәнән сығырлыҡмы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, ишеккә усыңды ҡуйып ҡара. Эҫе булһа – асма.
Сығырлыҡ булмаһа, ишекте тығыҙ итеп ябырға, ярыҡтарын дымлы туҡыма менән томаларға, тәҙрә эргәһенә барып, ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.
Был ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе ҡотҡара ала. Тыныс бер һөйләшеүҙән – ҡурҡытмайынса, ҡәҙимге күрһәтмә кеүек башларға кәрәк.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
Йылытҡысты хәүефһеҙ ҡулланыу – «Аңлатабыҙ. Башкортостан» проектының яңы сығарылышында күрһәтәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәренә кәңәштәр әҙерләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.