Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
2 Октября , 04:50

Тағылмалы ҡорамал һатып алдылар

Ҡариҙел районында  Ҡарағайлы ауылында мөһим һәм күптән көтөлгән ваҡиға булды — Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә трактор өсөн яңы тағылмалы ҡорамал һатып алынды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тағылмалы ҡорамал һатып алдыларТағылмалы ҡорамал һатып алдылар
Тағылмалы ҡорамал һатып алдылар


Трактор үҙе лә ошо программа ярҙамында 2024 йылда һатып алынғайны. Тағылмалы ҡорамал уның мөмкинлектәрен күпкә киңәйтә, ауыл биләмәһенең көндәлек мәсьәләләрен: биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе, юлдарҙы ҡарауҙы, ҡышын ҡарҙан таҙартыуҙы һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкинлек бирә.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы — ул урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итергә ысынлап ярҙам иткән аныҡ программа. Уның төп өҫтөнлөгө шунда: халыҡ тыуған ауылына нимә кәрәк икәнен үҙе билдәләй, ә өҫтәп финанслауҙа ҡатнашыу һәр кемде яҡшы үҙгәрештәргә йәлеп итә. Был программа «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла, был — ауыл биләмәләрен үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлек.
Ҡарағайлы ауылы — халыҡтан сыҡҡан инициативаның дәүләт тарафынан хупланып, нисек аныҡ һәм файҙалы эштәргә әүерелеүенең асыҡ миҫалы. Бергәләп Ҡариҙел районын йәшәү өсөн уңайлыраҡ һәм яҡшыраҡ яһайбыҙ.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас