

Винер Әлфис улы Кирҙә ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән спортты яратҡан һәм хәрби һөнәр тураһында хыялланған. Урындағы мәктәпте тамамланғандан һуң, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла һәм "РОСИЧ" эске ғәскәрҙәренең махсус билдәләнештәге 7-се отрядында хеҙмәт итә, шулай уҡ Төньяҡ Кавказда хәрби бурыстар үтәүҙә ҡатнаша. Махсус операцияларҙың береһендә яҡташыбыҙ етди яралана. Күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
Демобилизацияланғас, Винер Әлфис улы артабанғы тормошон балалар тәрбиәләүгә бағышлай. 2008 йылда ул Бөрө педагогия институтына уҡырға инә һәм тарих уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес тыуған ауылына ҡайтып хеҙмәт юлын башлай, ә 2018 йылда район үҙәгенә күсенә һәм Ҡариҙел 1-се урта мәктәбендә эшен дауам итә.
Винер Кәримовты донъяның ҡәҙерен белеүсе уҡытыусы тип әйтергә мөмкин: уның дәрестәре һәр ваҡыт стандарт булмауы менән айырылып тора. Тәжрибәле уҡытыусы белем биреп кенә ҡалмай, ә шәхси тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша, тормошта үҙ күҙҙәре менән күргәнде һөйләй. Ул уҡыусыларға илдәге тыныслыҡтың, ирек һәм бәйһеҙлектең ҡәҙерен белергә өйрәтә. Винер Әлфис улы балалар өсөн педагог ҡына түгел, ә ысын остаз һәм дуҫ та. Ауыр мәлдәрҙә ярҙам итеп, яңы маҡсаттарға ирешергә илһамландырып, проблемаларҙы хәл итергә булышыусы оло йөрәкле педагог. Уның илһөйәрлеккә арналған дәрестәре айырыуса иҫтә ҡала: уларҙа уҡытыусы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаттарының батырлығы, хәҙерге заман Рәсәй яугирҙарының ҡаһарманлығы, тарихи иҫтәлекте һаҡлауҙың мөһимлеге тураһында бәйән итә.
2024 йылда Винер Әлфис улы республика конкурсында «Иң яҡшы уҡытыусы-ойоштороусы» номинацияһында икенсе урын яулаған. Ә 2025 йылда «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсының муниципаль этабында еңеп, артабан «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында лауреат була.
2023 йылда илһөйәр уҡытыусы «шайморатовсылар» класына етәксе итеп билдәләнә. Ошо вазифала ул үҙенең идеяларын һәм уйҙарын тулыһынса тормошҡа ашыра башлай. Ул командаһын хәрби эшкә өйрәтеп, спорт менән шөғөлләнеп һәм төрлө дәрәжә хәрби-спорт уйындарында, конкурстарҙа ҡатнаштырып, ысын илһөйәрлек тәрбиәһе үҙәгенә әйләндерә.
Винер Кәримовтың төп уңыш сере шунда, ул һәр ваҡыт йәш быуын араһында һәм хеҙмәттәштәре янында өлгө булып ҡала. Намыҫлы, ғәҙел, принципиаль һәм үҙ эшенә тоғро булып, ул уҡыусыларҙың Ватандың лайыҡлы гражданы булып үҫеүенә ынтыла. Уның яҙмышы иң мөһим дәрестәр — тормош, батырлыҡ, сыҙамлыҡ, ватансылык, кешелек һабаҡтары булыуына сағыу миҫал.
2025 йылдың июнендә Винер Әлфис улы Ҡариҙел 2-се урта мәктәбен етәкләй башлай. Яңы уҡытыу ысулдары, заманса технологиялар һәм инновацион программалар менән киләсәк мәктәбенең ниндәй булырға тейешлеген ул яҡшы белә. Ул — эксперименттар үткәреүҙән һәм үҙенсәлекле белем биреү мөхите булдырыуҙан, тирә-яҡтағыларҙың үҫеше өсөн уңайлы шарттар ойоштороуҙан ҡурҡмай торған йәш етәксе. Илһөйәр һәм тырыш педагог Ватанды яратырға өйрәтеп, туплаған тәжрибәһен хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡлаша.
Винер Кәримов бына тигән ғаилә башлығы ла. Тормош иптәше Вилена Фәрзәт ҡыҙы менән ҡыҙҙары Илсинәне тәрбиәләй.
Марат Бүләков.
Ҡариҙел районы.