Был һөнәр хәүефһеҙлеге, карьера үҫеше һәм тотороҡло килем тәьмин итеү мөмкинлеге менән йәштәрҙе йәлеп итә. Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондарының хәрби комиссары подполковник Ринат Ғибәҙуллин менән пилотһыҙ осоу аппараты операторының хеҙмәт үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләштек.
- Ринат Мәхмүт улы, оператор булып теләгән һәр кем хеҙмәткә алына аламы?
- БПЛА операторы булып 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй граждандары хеҙмәт итә ала. Әммә теләгән һәр кем менән контракт төҙөлмәй, кандидат физик яҡтан үҫешкән һәм һаулыҡ торошо буйынса яраҡлы булырға тейеш. Беренсе сиратта, армияла, бигерәк тә авиация частарында хеҙмәт иткәндәрҙе, спецназда йәки разведкала булғандарҙы ҡарайҙар. Армия хеҙмәте тәжрибәһе булмаһа ла мөмкин. Хөкөм ителеүселәргә ҡарата ҡарар шәхсән ҡабул ителә. Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға вакансия ҡаралмаған. Был подразделениелар разведка, артиллерия һәм штурмлау операцияларына ярҙам итәсәк. Улар алған күнекмәләр махсус хәрби хәрәкәт тамамланғандан һуң да файҙалы буласаҡ.
- Операторҙарҙың хеҙмәт итеү үҙенсәлектәре ниндәй?
- Операторҙарҙың хәрби эшмәкәрлеге дошман менән туранан-тура бәйләнеш зонаһынан ситтә, алыҫтан башҡарыла. Был хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәләк булыу йәки яраланыу хәүефен кәметә. Күп кенә призывниктар һәм студенттар өсөн тап ошо аспект һөнәри үҫеш юлын һайлауҙа хәл иткес фактор булып тора.
- Мәләүез районынан яңы ғәскәрҙә хеҙмәт итергә теләүселәр күпме?
- Хәрби комиссариатҡа саҡырыу башланғандан алып ир-егеттәр БПЛА операторы булып хеҙмәт итергә теләк белдерҙе, уларҙың бер нисәһе ошо көндәрҙә уҡырға юлланды. Уларҙың күбеһе - компьютер һәм дрондар менән мауыҡҡан, робототехника менән шөғөлләнгән һәм был аппараттың нисек эшләүен белгән 20 йәшлек егеттәр.
- Ә уларҙы икенсе һөнәргә күсереү йәки ғәскәрҙе алмаштырыу мөмкинме?
-Юҡ. БПЛА операторҙарының һайлаған һөнәрен һаҡлап ҡалыу гарантияһы бар. Хәрби хеҙмәткәргә шәхси ризалығынан тыш икенсе вазифаға күсереү мөмкин түгел.
- Контракт ниндәй ваҡытҡа төҙөлә?
- Оҙайтыу мөмкинлеге менән бер йылдан килешеү төҙөй. Үҙҙәре теләгәндә генә оҙайталар. Был алым буласаҡ операторға үҙенең вазифаһының үҙенсәлектәре менән танышырға, талаптарға тап килеүен, дәрәжәһен баһаларға һәм хеҙмәтен дауам итеү тураһында аңлы ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Беренсе контракт тамамланғандан һуң хеҙмәтте туҡтатырға йәки яңы шарттарҙа эште дауам итергә була. Быларҙың барыһы ла контракттың ҡушымтаһында яҙылған.
- Ә колледжды йәки юғары уҡыу йортон тамамламаған осраҡта нимә эшләргә?
- Юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар ҙа хәрби белгес юлын һайлай ала. Уларға академик отпуск алыу юлы менән уҡыуын ваҡытлыса туҡтатырға һәм хәрби хеҙмәткә контракт төҙөргә мөмкин. Хеҙмәт осоро тамамланғандан һуң студент уҡыу йортона кире ҡайта һәм бюджет урындарында уҡыуын дауам итә ала.
- Пилотһыҙ аппарат операторы булып хеҙмәт итеү иҡтисади яҡтан да отошло. Ошо хаҡта ла һөйләгеҙ әле.
- Контрактҡа ҡул ҡуйғандарҙың барыһына ла бер тапҡыр 1 миллион 400 һум түләнә, тейешле льготалар, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын биреү ҡаралған. Төп аҡсалата тәьминәттән тыш, техниканы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә бәйле түләүҙәр ҙә бар. Был түләү 50 меңдән ярты миллион һумға тиклем һәм хәрби хәрәкәттәрҙең аныҡ һөҙөмтәләренә, шул иҫәптән дошман объекттарын уңышлы юҡ итеүгә бәйле. Әйткәндәй, республикала махсус операция яугирҙәренең бөтә ғаиләһе өсөн илленән ашыу льготалар ғәмәлдә.
- Контракт төҙөлгәндән һуң, йәштәр ҡайҙа уҡый һәм ҡасан МХО биләмәһенә юллана?
- Һайлап алыуҙы уңышлы үткән һәм контракт төҙөгән йәштәр махсус уҡыу үҙәктәренә ике айлыҡ уҡыуға ебәрелә. Кандидаттарҙы пилотһыҙ системаларҙы ремонтларға, көйләргә һәм программаларға өйрәтәләр. Курсты тамамлағас, тейешле һөнәр биреү тураһында таныҡлыҡ бирелә. Шулай итеп, БПЛА операторы һөнәрен һайлау карьера үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр аса, юғары хәүефһеҙлек кимәлен һәм килем тотороҡлолоғон тәьмин итә.
Әгәр һеҙҙә контракт төҙөү тураһында һорауҙар тыуһа шылтыратығыҙ: +79173616259, +7(34764)3-23-91 йәки Мәләүез һәм Федоровка райондарының хәрби комиссариатына Ленин урамы, 148 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Гөлназ САЛАУАТОВА.
https://bashgazet.ru/articles/care/2026-10-01/armiyany-kil-s-ge-4832029