Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Октября , 11:00

Яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды

Иҫке Балтас ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалындыЯңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды
Яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды

 Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев,  район халҡы, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән ҡунаҡтар, сит төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтар ҡатнашты.

Яңы мәсет ауылда өсөнсө иман йорто  буласаҡ һәм Ҡолой Балтас  исемен йөрөтәсәк.

Ололар әйтеүенсә, мәсет төҙөләсәк урында революцияға тиклем үк ғибәҙәтхана булған.

Мәсет төҙөлөшөн «Агропродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара.

Яңы мәсет тиҙҙән ишектәре асып, ауыл халҡы өсөн доға ҡылыу, белем алыу һәм аралашыу урынына әүерелһен.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

                                                                                          

Яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды
Яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды
Яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас