

Петропавловка ауылында йәшәүсе Рәфидә һәм Альберт Хажиәхмәтовтар сәләмәт тормош ауып барыусы, әүҙем, булдыҡлы ғаилә булараҡ ауылдаштарының ихтирамын һәм һөйөүен яулаған. Улар биш балаһының, дүрт ейәненең уңыштарына һөйөнөп, тирә-яҡтағыларға эшһөйәрлек, изге күңеллелек өлгөһө күрһәтеп, тырышып ғүмер кисерә.
Рәфидә Мансур ҡыҙы — Шорохов, Альберт Нәҡиб улы Йырмаялан ауылында тыуып үҫкән. Бынан 33 йыл элек, 1993 йылда өйләнешеп, йәштәр Петропавловка ауылына килеп төпләнә. 2009 йылда тырыш ғаилә яңы ҙур өй төҙөп сыға.
Рәфидә Мансур ҡыҙы оҙаҡ йылдар мәктәптә ашнаҡсы, һуңыраҡ пар ҡаҙандары операторы булып эшләй. Биш балаға ғүмер биргән әсә бер йыл элек хаҡлы ялға сыҡҡан. Ғаилә башлығының хеҙмәт юлы Чапаев исемендәге колхозда водитель булып башлана. Колхоз тарҡалғас, пар ҡаҙандары операторы булып эшләй. Аҙаҡ Петропавловка ауылында мәктәп ябылғансыға тиклем Альберт Нәҡиб улы автобус водителе булып хеҙмәт һала. Эш бөттө, тип аптырап ултырмай уңған ир-уҙаман, бар көсөн мал ҡарауға, үҙҙәренең ҙур хужалығын алып барыуға һала. Ә малды улар ишле ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә. Себештәрҙе инкубаторҙа сығарып, күпләп бройлерҙар үҫтерәләр, ғаиләнән артҡанын һораусыларға һаталар ҙа. Баҡсала емеш-еләктән дә мул уңыш алалар. Күпләп бесән әҙерләү, башҡа хужалыҡ эштәрен башҡарыу өсөн үҙ техникалары бар.
30 йылдан ашыу иңде-иңгә терәп татыу ғүмер кисергән Хажиәхмәтовтар үҙҙәре кеүек тырыш, тәрбиәле биш бала — ике ҡыҙ һәм өс ул үҫтергән. Оло ҡыҙҙары Фәйрүзә Екатеринбургта медицина университетын тамамлап, хәҙер табип булып уңышлы эшләй. Ғаиләһе менән Первоуральск ҡалаһында йәшәй, тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Икенсе ҡыҙҙары Рәзинә һәм улдары Заһит — Екатеринбургта, шулай уҡ ғаиләлеләр. Рәзинә лә тормош иптәше менән ике ул үҫтерә.
Хажиәхмәтовтарҙың икенсе улы Юлай — хәрби медик, әлеге ваҡытта контракт буйынса Ингушетияла хәрби госпиталдә эшләй. Екатеринбург медицина колледжын тамамлаған егет армия хеҙмәтенән һуң ошо ҡаланың 6-сы дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Йәш белгес коронавирус ваҡытында хеҙмәттәштәре менән кешеләрҙең һаулығын һаҡлап ҡалыуға ҙур тырышлыҡ һала. 24 йәшлек Юлай әлегә ғаилә ҡороу тураһында уйланмай, үҙен һайлаған һөнәренә, хәрбиҙәргә медицина ярҙамы күрһәтеүгә бағышлай.
Улдарының иң кесеһе Хәлил — студент, Екатеринбург ҡалаһында политехник колледждың 2-се курсында уҡый. Төпсөк малай ата-әсәнең ҙур ярҙамсыһы, тиһәк тә була. Уңған егет ялдарға ҡайтҡанда ҙур хужалыҡта булыша, ауыл балаһына хас барлыҡ эштәр ҙә ҡулынан килә уның.
Хажиәхмәтовтар — Петропавловка ауылында хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе. Альберт Нәҡиб улы етмеш төрлө һөнәргә эйә ғаилә башлығы булһа, Рәфидә Мансур ҡыҙы аш-һыуға, ҡул эшенә оҫта әсә лә, әүҙем ағинәй ҙә, дин юлында булып, ауылдаштарына сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, йәш быуынды рухи ҡиммәттәр нигеҙендә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән гүзәл зат та. Ул Асҡында Хәлисә Ғәниәтова етәкләгән “Изгелек” ирекмәндәр штабының да әүҙем ағзаһы. Аҙна һайын Асҡынға килеп, рухлы, егәрле ағинәй башҡа хаҡлы ялдағы апайҙар менән бергә махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, шәмдәр ҡоя, гуманитар ярҙам йыя, буш ваҡытында өйҙә йөн эрләп, ойоҡбаштар бәйләй. Шулай уҡ Рәфидә апай яугирҙар рухына Ҡөрьән бағышлауҙарҙа ла ҡатнаша. Әйткәндәй, үткән ҡыш, декабрь айында ул ғөмрә хажға ла барып ҡайта.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотоһы.