Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Октября , 05:05

Тыуған ергә ереккән фермер

Йөҙҙән ашыу сапҡын ат, Бөтә Рәсәй сабыштарындағы миҙалдар һәм тыуған яҡҡа ихлас һөйөү — Баймырҙа ауылында йәшәүсе Сергей Васюткиндың бөгөнгө көнө шуларҙан тора. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы агробизнесты уңышлы үҫтереп кенә ҡалмай, икенсе саҡырылыш рәттән район Советы депутаты булараҡ, яҡташтарының мәнфәғәттәрен яҡлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған ергә ереккән фермерТыуған ергә ереккән фермер
Тыуған ергә ереккән фермер


Баймырҙа ауылына юл сикһеҙ баҫыуҙар аша үтә, унда бөгөн тормош гөрләй. Бына һигеҙ йыл инде бында төбәктең билдәле йылҡысылыҡ хужалыҡтарының береһе үҫешә. 100 баштан ашҡан өйөрҙө аҫрау көндәлек тырыш хеҙмәт талап итә. Сергей Юрьевич менән осрашыуыбыҙ тап баҫыуҙа булды, ул унда Т-150 тракторы руле артында ер эшкәртә ине. 1200 гектар ерҙә фермер һоло, етен, бойҙай һәм борсаҡ үҫтерә. Йыйылған уңыш аттарға һәм Кавказ тоҡомло ҙур булмаған һарыҡ көтөүенә ҡыш сығырға етә. Әйткәндәй, бындай һарыҡтың тере ауырлығы 120 килограмға баҫа икән.
Ферма тоҡомло юртаҡтарҙың тояҡ тауышынан гөрләп тора. Улар араһында айырым урынды 2018 йылғы инглиз бейәһе Стивен Чара биләй. Ул Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында үткәрелгән ете старттың бишеһендә чемпион була. Малдарҙың исеме уларҙың ҡиәфәтенә тура килеп тора: Мистер Марк, Галисия, шулай уҡ Буцефал — хужалыҡтағы иң оло һәм хөрмәтле айғыр.

Ентекле һайлау йәки үрсетеү юлы менән алынған сапҡын аттар белгестәр тарафынан юғары баһалана. Улар абруйлы ярыштарҙа йыш ҡатнаша, һәр ваҡыт кубоктар һәм призлы урындар алып ҡайта. Шулар иҫәбенә күптән түгел Ҡазанда уңышлы сығыш яһауҙы ла индереп була. Быйыл команда иң көслө бәйгеселәр — америка сығышлы Кавказ аттарынан саҡ ҡына артта ҡала.
Фермала хайуандар өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Эсергә махсус быуа ҡаҙылған, ә болондарҙы ағас үҫентеләре баҫмаһын өсөн, Сергей Васюткин даими рәүештә ҡыуаҡтарҙан таҙартып тора.
Күптәрҙә, бәлки: “Ошондай ҙур хужалыҡты нисек уңышлы алып барырға була икән”, тигән һорау тыуыр. Фермерҙың яратҡан малдары тураһында илһамланып һөйләүенә ҡарап, төп нәмә — башҡарған шөғөлөңә күңел һалыу, тырышлыҡ икәнен аңлайһың.
Хужалыҡ офисы элекке колхоз ашханаһы бинаһында урынлашҡан. Ҡасандыр ҡотһоҙ булып ултырған бина заманса материалдар менән ремонтланып, йәмләнеп киткән. Бында етәксе механизаторҙар һәм зоотехниктар менән планеркалар үткәрә.
Сергей Юрий Иванович һәм Нина Михайловна Васюткиндарҙың күп балалы ғаиләһендә беренсеһе булып тыуған. Бәләкәйҙән эйәргә ултырып , “ат ене” ҡағылып үҫә. Сабыш аттарын үрсетеү хыялы малай сағында атаһына колхоз өйөрөн ҡарарға ярҙамлашҡанда барлыҡҡа килә. Үҙ эшен асҡансыға тиклем ул үҙен ҙур спортта һәм бизнеста һынап ҡарай. Екатеринбургта йәшәп, ул тыуған ауылында йыш ҡайта. Ҙур ҡаланың уңайлылығына ҡарамаҫтан, тыуған ер үҙенә тарта, тормош асылын аңларға ярҙам итә: тап ошонда, йәнтөйәгендә, изге хыялын ғәмәлгә ашыра.
Бөгөн уның етәкселегендә 19 кешенән торған берҙәм коллектив хеҙмәт һала. Күптәре менән тәүге көндәрҙән үк иңгә-иң терәп эшләй. Депутат, эшҡыуар Сергей Юрьевич үҙе етәксе лә, тракторсы ла. Бирелә эшләгән механизаторҙар, менеджер, шулай уҡ тренерҙар, жокейҙар һәм малсылар тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Ҙур булмаған, әммә татыу команда яңы миҙалдар тупларға ныҡлап ниәтләгән.
— Быйыл насар һауа шарттары арҡаһында һәм гербицидтар менән ваҡытында эшкәртеү мөмкинлеге булмау сәбәпле, игенде кәмерәк күләмдә йыйып алдыҡ. Шулай ҙа йыйылған уңыш үҙебеҙҙең ихтыяждарға һәм киләһе миҙгелгә орлоҡ әҙерләүгә етә. Игендең артып ҡалғаны һатылды һәм эштә ярҙамлашҡандарға таратылды. Аҙыҡ әҙерләүҙе лә уңышлы атҡарып сыҡтыҡ: меңдән ашыу бесән рулоны уратылды. Был запастар мал-тыуарға артығы менән етәсәк. Үҙебеҙҙең баҫыуҙарҙы йыйып алғандан һуң, техника менән күршеләргә лә ярҙам итәбеҙ, — ти Сергей Юрьевич.
Булдыҡлы фермер Баймырҙа ауылы үҫешенә лә тос өлөш индерә. Уның тырышлығы менән район хакимиәте һәм бер нисә яҡташ-дуҫтарының бағыусылыҡ ярҙамы арҡаһында урамдарҙы күтәреү, ауыл быуаларын төҙөкләндереү һәм урындағы клубты капиталь ремонтлау кеүек мөһим эштәр башҡарылған.
Васюткиндарҙың балаларының уңыштары ла ғаилә традицияларының ныҡлығын раҫлай. Ҡыҙы медицина һөнәрен һайлаған, Өфө ҡалаһының перинаталь үҙәгендә эшләй. Улы физкультура техникумын тамамлаған, бокс буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы составында булып, Рәсәй чемпионатында еңгән, ә хәҙер тимер юлда механик-оҫта булып эшләй. Сергей Юрьевичтың да үткәне спорт менән тығыҙ бәйле: ул Башҡортостандан биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының икенсе составына ингән һәм урындағы биатлон мәктәбен төҙөүҙә һәм ремонтлауҙа әүҙем ҡатнашҡан.
Сергей Васюткин тарихы — тыуған ергә һөйөү, яратҡан эшеңдән йәм, тәм табып йәшәү, башҡаларға ярҙам, хәстәрлек өлгөһө. Бындай кешеләр булғанда ауыл йәшәйәсәк һәм үҫәсәк, йәштәр үҙ тамырҙарын һаҡлап, киләсәккә ышаныс менән ҡараясаҡ.
Рәилә Әптекәева.

Мишкә районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас