

«Башҡортостан урмандары» экофестивале республиканың төрлө райондарынан ике меңдән ашыу ҡунаҡты – Өфө һәм Бөрө ҡалаларынан, Салауат, Саҡмағош, Мәләүез, Мишкә, Ҡариҙел һәм башҡа райондарҙан килгән уҡыусыларҙы, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы, колледж студенттарын, уҡытыусыларҙы, ҡала халҡын, «Оҙон ғүмер» үҙәге вәкилдәрен берләштерҙе. Юғары уҡыу йортоноң беренсе курс студенттары өсөн сара айырыуса әһәмиәтле булды. Башлыса аудиторияла йәки дөйөм ятаҡта ғына күрешкән беренселәр бер-береһе һәм уҡыу йорто менән яҡынданыраҡ танышты.
Фестивалде ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы директоры Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев асты. Ҡунаҡтарҙы йылы сәләмләп, ул Бөрө филиалының ҡаҙаныштары, яуланған гранттарҙың һөҙөмтәһе тураһында һөйләне. Саҡырылған ҡунаҡтар – Бөрө районы мәғариф идаралығы етәксеһе Андрей Плотников, район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Наталья Косолапова, Бөрө кооператив техникумы директоры Әлфир Байымов мәртәбәле сараның ҙур әһәмиәтен билдәләне.
Фестивалдең тантаналы өлөшөндә «Рәсәй йәштәре. Гранттар» конкурсында уңышлы еңеүҙәре һәм «ЭкоҺуҡмаҡ Урман» экология мәғарифы мәктәбе» проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем эш алып барғандары өсөн биология фәндәре кандидаты, экология, биология һәм химия кафедраһы доценты Эльвира Яппароваға, биология һәм химия факультеты студенттары Анастасия Зиноваға, Елизавета Солтановаға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
“Рәсәй Федерацияһының Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының («Росмолодежь») һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттары конкурсында ҡатнашыу, еңеү һәм финанс ярҙамы алыу студенттарға киң офоҡтар аса. ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы һуңғы йылдарҙа төрлө гранттар яуланы. Ә «Башҡортостан урмандары» экофестивале икенсе тапҡыр үткәрелә. Проект сиктәрендә үткәрелгән бындай сараларҙа йәштәр төрлө йүнәлештә өҫтәмә белем ала, ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә, тәбиғәтте һаҡларға өйрәнә. Уларҙың төркөмдәрҙә һәм ҙур аудитория алдында үҙҙәрен ышаныслы тоторға һәм сығыш яһарға өйрәнеүе лә мөһим”, – ти ҡыҙҙарҙың остазы Эльвира Ниғмәтулла ҡыҙы.
Ысынлап та, был көндө меңдән ашыу тәбиғәт һаҡсыһы оҫталыҡ дәрестәрендә һәм интерактив майҙансыҡтарҙа экологик белемдәрен камиллаштырҙы. «Фитосәй менән һеҙҙе ҡаршылайбыҙ», «Йәшел аптека» эко-күргәҙмәләре, «Башҡортостан бүләктәре», «Һеҙҙең оҙон ғүмер» эко-майҙансыҡтары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Еңел рецептар менән тултырылған хуш еҫле сәйҙәр, һәр төрлө еләктән, алманан һәм ҡарағаттан эшләнгән телде йоторлоҡ ҡаҡтар, студенттарҙың үҙ ҡулдары менән әҙерләгән урман бүләктәре тиҙ арала таралып бөттө. «Фитосәй – үләндәрҙе дөрөҫ һайлау һәм ҡайнатыу сәнғәте», «Мине таны – дарыу үләндәрен билдәләйбеҙ», «Емеш детективы – емеш-еләктәрҙе таныйбыҙ», «Эҙтабар – хайуандарҙың эҙҙәрен өйрәнәбеҙ», «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух – сәләмәтләндереү күнекмәләре», «Йәшеллекте йыйыу – халыҡ рецептары», «Бал – был мөғжизә! – файҙалы матдәне өйрәнәбеҙ» оҫтаханалары тәмлекәстәрҙең серҙәрен белергә теләүселәрҙең сиратын йыйҙы. Дарыу үләндәрен йыйыу ваҡыты, уларҙың үҙенсәлеге, шифаһы тураһында файҙалы кәңәштәр еткерелде. Ҡунаҡтарға үткәрелгән экскурсияларҙа урмандағы ағастар, ҡурсалауға мохтаж биләмәләр, тәбиғәтте һаҡлау зарурлығы, үҫемлектәрҙең үҙенсәлеге һәм файҙаһы тураһында һүҙ алып барылды. Ҡыҫҡаһы, уҡыу йортоноң дендрарийы иртәнән алып кискә тиклем гөрләп торҙо. Алһыу Нәйфуллина — иң креатив экскурсовод, ә Артем Климин иң эрудициялы тип табылды. Ҡунаҡтар йәш экскурсоводтарҙың эшенә хайран ҡалды.
Фестивалдең икенсе өлөшөндә экологик квест ойошторолдо. Жюри ағзаларын Камилла Рәхимова етәкләне. Иң әҙерлекле һәм белемле студенттарҙан һәм уҡыусыларҙан торған командалар биология, экология буйынса зирәклектәрен һынаны, теоретик белем практик эштәр менән аралашты. Квест һөҙөмтәләре буйынса өс еңеүсе команда билдәләнде. Уҡыусылар араһында беренсе урын Бөрө ҡалаһының 1-се мәктәбендә, ә икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Саҡмағош һәм Малаяҙ ауылдары гимназиялары бүлеште. 1-се курс студенттары араһында педагогика факультетының 1-се төркөмө, социаль-гуманитар факультеттың «Рәсәй Ҡытай түгел», «Тарихсылар» һәм физика-математика факультетының «Голубцы» командалары иң шәптәре булды. Иң күп мәрәй йыйған Әмир Шәйҙуллин (Саҡмағош ауылы гимназияһы) һәм Анна Сальникова (инженер-технология факультеты, 1-се курс, 2-се төркөм) Гран-при эйәһе булды. Улар повербанк менән бүләкләнде.
Уҡыу йортоноң ижади коллективтары һәм талантлы студенттары тарафынан әҙерләнгән концерт программаһы — тәбиғәттең сағыу төҫөнә музыкаль биҙәк, ә экологик дефиле байрамға айырым йәм өҫтәне. Һәр факультет студенттарының тәбиғи материалдарҙан һәм ҡалдыҡтарҙан үҙ ҡулдары менән теккән эко-костюмдары фантазияның ысын парадын хәтерләтте. Онотолмаҫ моделдәр, сағыу образдар тамашасыларҙың һоҡланыуы һәм алҡыштар менән оҙатылды. Фестиваль бөтә ҡатнашыусыларҙы берләштергән «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» этнофлешмобы менән тамамланды.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө ҡалаһы.