Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Октября , 05:00

Табип һөнәренә тоғро

Медицина донъяһында тәрән белемде генә түгел, ә холоҡтоң айырым сифаттарын талап иткән һөнәрҙәр ҙә бар. Ортопедик стоматология — шуларҙың береһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Илдар Абзалетдинов ошо өлкәгә 40 йыл ғүмерен бағышлаған. Уның исеме район халҡы өсөн оҫталыҡ, ышаныс һәм ихлас хәстәрлек синонимына әйләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Табип һөнәренә тоғроТабип һөнәренә тоғро
Табип һөнәренә тоғро


Илдар Жан улы 1963 йылда Мишкә ауылында тыуған. Бында уның бала сағы һәм йәшлеге үтә, тыуған еренә, күңелендә хеҙмәткә һәм кешеләргә хөрмәтте һеңдереп, бирелә мәктәпте тамамлай. Һөнәр һайлау өйҙәге мөхиткә бәйле була. Ата-әсәһе — урта медицина звеноһы хеҙмәткәрҙәре — балаларын ысын табиптар итеп күрергә хыяллана. Шуға ваҡыт еткәс, ғаилә ҡоронда оҙаҡ бәхәсләшмәйҙәр. Уның тәбиғәттән тыныс ҡына ултырып эшләүгә әүәҫлеге, ваҡ деталдәр менән мауығыуы стоматология профиленә тап килә. 1981 йылда ул Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетына уҡырға инә, уны 1986 йылда уңышлы тамамлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһе улының бөгөнгө уңыштарына һөйөнә алмай, улар хәҙер икеһе лә мәрхүм. Әммә ғәзиз кешеләре һалған намыҫлылыҡ һәм шәфҡәтлелек ҡиммәттәре уның тормош нигеҙенә әүерелә.
Оло апаһы Илмира Жан ҡыҙы ла табип, дауалау факультетын тамамлаған, оҙаҡ йылдар Мишкә үҙәк район дауаханаһында невропатолог булып эшләй. Был ғаиләнең ике тармағы бер династияға барып тоташҡан, унда аҡ халат бер ҡасан да ябай кейем түгел, ә бурыс, кешеләр тураһында хәстәрлек символы булып һанала.
Быйыл Илдар Жан улының һөнәре буйынса эшләй башлауына теүәл 40 йыл тула. Ул аңлы рәүештә ортопедик стоматологияны — ювелир теүәллек талап иткән иң ҡатмарлы йүнәлештәрҙең береһен һайлаған. Дүрт тиҫтә йыл эсендә уның кабинеты аша меңдәрсә кеше үткән. Табип һәр кемгә йылмайыу мөмкинлеге генә түгел, ә үҙ-үҙенә ышанысты ла ҡайтарған.
Илдар Абзалетдинов кабинетында ултырып эшләү менән генә сикләнмәй. Студент йылдарында алған комсомол тәрбиәһе әүҙем йәмәғәт позицияһына әүерелгән. Төрлө йылдарҙа ул комсорг, профсоюз эштәрен ойоштороусы булып һайланған, хеҙмәттәштәренең мәнфәғәттәрен яҡлаған. Ойоштороу һәләтенә эйә белгес ике тапҡыр баш табип вазифаһына һайлана. Дөйөм хеҙмәт стажының 10 йылын Илдар Абзалетдинов медицина учреждениеһын етәкләүгә арнаған. Яуаплы, талапсан, үҙ һөнәренә ғашиҡ кеше булараҡ, пациенттарҙың һәм коллективтың ныҡлы ышанысын, ихтирамын яулаған.
Ир-аттың эшендә, тормошта уңышлы булыуы аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙан да тора. Илдар Жан улының да тылы ышаныслы. Тормош иптәше Әлфиә Әхмәт ҡыҙы менән улар 1990 йылда ғаилә ҡора. Ҡатыны ла табип, һөнәре буйынса ул педиатр, әммә һуңғы 10 йылда функциональ диагностика табибы булып эшләй.
Уртаҡ һөнәр, медиктарға ғына аңлайышлы профессиональ шаяртыуҙар, дежурҙа торған йоҡоһоҙ төндәр, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау — бына шулар берләштерә ике табипты тормошта.

Әлфиә һәм Илдар Абзалетдиновтарҙың балалары дарыу еҫе һеңгән һәм пациенттар тураһындағы һөйләшеүҙәрҙән торған мөхиттә үҫә. Ҡыҙҙары мәктәпте алтын миҙалға тамамлай, улдары ла яҡшы уҡығаны өсөн миҙалға лайыҡ була. Икеһе лә республикабыҙҙың алдынғы вуздарында уҡый. Ата-әсәнең “беҙҙең юлдан китерҙәр”, тигән өмөтө булһа ла, балалар күңелдәренә яҡынын һайлай. Бөгөн ҡыҙы — Өфөлә уңышлы иҡтисадсы, «Башнефтегеофизика» компанияһында эшләй. Улы мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә: Өфөлә — бакалавриат, Санкт-Петербургта магистратура тамамлай, хәҙер программист булып хеҙмәт һала. Ата-әсә балаларының уңыштарына һөйөнөп, уларға тормош юлында терәк булып йәшәй. Улар һәр кемдең үҙ тәғәйенләнешен табырға тейешлеген яҡшы аңлай.
Тәжрибәле табип Илдар Абзалетдиновтың хеҙмәте дәүләт кимәлендә юғары баһалана. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исемде лә лайыҡлы йөрөтә. Уның абруйын йәмәғәт ышанысы ла раҫлай: Илдар Жан улы район Советына ике тапҡыр депутат итеп һайлана. Район һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә индергән өлөшө өсөн хакимиәттең һәм район Советының Рәхмәт хаттарына ла лайыҡ була.
Әлфиә һәм Илдар Абзалетдиновтар — татыу, берҙәм ғаилә өлгөһө. Улар иңде-иңгә терәп 36 йыл ғүмер итә. Һөйөү һәм ышанысҡа нигеҙләнгән тормош юлы өсөн был һоҡланғыс пар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була, уны уларға 2024 йылда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшыра.
Медицинаға бағышланған 40 йыл — ул хеҙмәт кенәгәһендәге ябай һан түгел. Был — иҫәпһеҙ-һанһыҙ рәхмәтле ҡараш, нығытылған һаулыҡ, оло йәштәгеләрҙең өмөтө, йәштәрҙең ышанысы. Бөгөн атҡаҙанған табип пациенттарҙы ҡабул итеүен дауам итә. Уның көнө элеккесә минутлап бүленгән. Балалары үҙ аллы тормош менән йәшәй, аяҡтарында ныҡлы баҫып тора, апаһы Илмира Жан ҡыҙы һәр ваҡыт фәһемле кәңәше менән ярҙам итергә әҙер, ә өйҙә уны шулай уҡ ғүмерен изге һөнәргә бағышлаған тормош иптәшенең аңлаулы ҡарашы көтә.

Рәилә Әптекәева.

Мишкә районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас