Йәнтөйәк
+1 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
1 Октября , 05:10

Сәнғәткә бағышланған ғүмер

Иҫке Балтас Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Эльмира Ғәйфуллинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәнғәткә бағышланған ғүмерСәнғәткә бағышланған ғүмер
Сәнғәткә бағышланған ғүмер

 Дәүләт наградаһын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев һәм Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тапшырҙы.
Эльмира Зәүит ҡыҙының хеҙмәт юлы сәнғәт менән тығыҙ бәйле. 40 йылдан ашыу ул балаларға фортепианола уйнау серҙәрен өйрәтә, уларҙың музыкаль һәләтен үҫтерергә, сәхнәгә ышаныслы сығырға ярҙам итә. Ошо йылдар эсендә уның ҡулынан тиҫтәләгән тәрбиәләнеүсе үткән. Улар араһында музыка менән профессиональ рәүештә шөғөлләнеүҙе һайлаған йәштәр ҙә бар.
Уҡытыусы өсөн һәр баланың һәләтен ваҡытында күреү һәм уны артабан үҫтереү мөһим. Эльмира Ғәйфуллинаның уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындарға лайыҡ була. Уларҙың һәр еңеүе — уҡыусының ғына түгел, йылдар буйы бирелгән хеҙмәттең дә һөҙөмтәһе.
Эльмира Зәүит ҡыҙының эшмәкәрлеге педагогик хеҙмәт менән генә сикләнмәй. Ул райондың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Уның етәкселегендәге «Созвездие» халыҡ ансамбле «халыҡ коллективы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Музыка уҡытыусыһы шулай уҡ райондың халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле составында сығыш яһай.
Мәҙәниәт өлкәһенә 40 йылдан ашыу ғүмерен арнаған Эльмира Зәүит ҡыҙының хеҙмәте төрлө наградалар менән билдәләнгән. Ә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем уның сәнғәтте үҫтереүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшөнә тағы бер юғары баһа булды.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас