Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Октября , 05:25

Киләсәк ошонда башлана

Борай 3-сө мәктәбендә яңы уҡыу йылы башында «АПК-лағы кадрҙар» — «Аҙыҡ-түлек именлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты составындағы федераль проект сиктәрендә агротехнологик класс асылды. Был проект 2025 йылдан эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киләсәк ошонда башланаКиләсәк ошонда башлана
Киләсәк ошонда башлана

Заманса мәктәп — ул дәрестәрҙә белем алыу ғына түгел, баланы тормошҡа әҙерләү. Хәҙер мәктәптәрҙә төрлө профилле кластар асыла, балалар урта звеноға күсеү менән әкренләп ниндәй ҙә булһа бер һөнәр асылына төшөнә башлай. Агро һәм агротехнологик кластар иһә киләсәктә нәҡ ауыл ерендәге кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен ябырға мөмкинлек бирер өсөн булдырылған.
Борай 3-сө мәктәбендә яңы уҡыу йылы башында «АПК-лағы кадрҙар» — «Аҙыҡ-түлек именлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты составындағы федераль проект сиктәрендә агротехнологик класс асылды. Был проект 2025 йылдан эшләй. Төп бурыс — агросәнәғәт комплексында кадрҙар ҡытлығы проблемаһын хәл итеү һәм 2030 йылға предприятиеларҙың комплектлаштырыу дәрәжәһен 95 процентҡа еткереү. Проекттың маҡсаттары: мәктәптән алып етештереүгә тиклем өҙлөкһөҙ әҙерлек системаһы булдырыу, тармаҡҡа биш йылдан ашыу эшләүсе йәш белгестәрҙе (35 йәшкә тиклем) һәм тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү, ауыл хужалығындағы һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, студенттар, уҡытыусылар, фәнни хеҙмәткәрҙәр, предприятиеларҙың үҙҙәре ярҙамы иҫәбенә кадрҙар потенциалын нығытыу.
Борай 3-сө урта мәктәбендә уҡыусыларҙы «Генетика һәм үҫемлектәр селекцияһы», «Аҙыҡ-түлек әҙерләүҙә биотехнологиялар» тип аталған төп йүнәлештәр буйынса уҡыталар. Уҡыу өсөн класс кабинеты модернизацияланған, яңы уҡыу өҫтәлдәре, ултырғыстар, интерактив таҡта һәм уҡыусылар өсөн микроскоптар, квадрокоптер менән йыһазландырылған, сыр етештереү өсөн ҡорамалдар, “аҡыллы” роботлаштырылған теплица һәм башҡалар һатып алынған. Кабинет базаһында уҡыусылар технолог, биолог һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте белгестәре һөнәрҙәрен үҙләштерә. Лаборатория ҡорамалдары практик тикшеренеүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, люминоскоп һөттөң сифатын люминесценция характерына ҡарап экспресс-анализлауҙы тәьмин итә, мини-сыр ҡайнатыу урыны классик технология буйынса ярым ҡаты тәбиғи сыр етештереү өсөн файҙаланыла, йогурт һәм туңдырма яһау аппараттары тере культуралар нигеҙендә химик өҫтәлмәләрһеҙ продукция яһарға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ «аҡыллы» теплица температураны, дымлылыҡты һәм яҡтылыҡты контролдә тотоуҙың автоматик системаһы менән йыһазландырылған. Ә гидропоник теплицала субстратһыҙ культивациялау ысулы менән йәшел культуралар үҫтерелә, был иһә үҫемлектәрҙең үҫешен ике тапҡырға тиҙләтә. Был теплицалар буш тотолмай, ҡыҙҙар һәм малайҙар микрозелень үҫтерә, йәшеллектең үҫеү процесын орлоҡто ултыртыуҙан алып күҙәтеп тора. Агро һәм агротехнологик кластар булараҡ асылған 5А, 6А һәм 7А кластарҙың етәкселәре Г. Нуриева, Л. Ғәйнетдинова һәм А. Билалова был йүнәлештә эшләр өсөн квалификация арттырыу курстарында, семинарҙарҙа белемдәрен даими камиллаштырып тора.
— Беҙҙең мәктәп базаһында агролаборатория булдырылды. Был, әлбиттә, уҡыусылар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҙур яңылыҡ һәм яуаплылыҡ. Уҡыусыларға, әлбиттә, үҙ ҡулдары менән сыр, йогурт, туңдырма яһай алыу айырыуса ҡыҙыҡлы процесс. Адыгей сырына төрлө тәмләткестәр ҡушып яһайбыҙ. Ә уны яһағандан һуң тороп ҡалған һөт өҫтөн (сыворотка) тәмләп ҡараһағыҙ?! Ул бөтөнләй үҙенсәлекле, файҙалы, төрлө витаминдарға бай шыйыҡса, — тип һөйләй мәктәптең биология уҡытыусыһы, агротехнологик класс етәксеһе Айгөл Мәғәфур ҡыҙы Билалова. — Әҙерләгән продукциябыҙ менән мәктәпкә килгән ҡунаҡтарҙы һыйларға ла өлгөрҙөк. Алда үтәсәк көҙгө йәрминкәләргә лә үҙ продукциябыҙҙы һатыуға сығарырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ.
Сифатлы һөт менән Дүсмәт һәм Ҡуҙбай ауылдары фермерҙары Айһылыу Фәхретдинова һәм Ләйсән Хәмитова тәьмин итә икән. Балаларға көн дә күреп өйрәнгән һөт ризыҡтарының өҫтәлгә ҡуйылғансы күпме этап үткәнен, күпме тырышлыҡ, белем кәрәклеген, ни ҡәҙәрле яуаплылыҡ булыуын һүҙ менән аңлатыуға ҡарағанда үҙ ҡулдары менән эшләү күпкә отошлораҡ, өҫтәүенә улар практик белем, тәжрибә ала. Беренсенән, эшкә өйрәнеү. Икенсенән, бәлки быныһы мөһимерәктер ҙә, балалар кесе йәштән үҙ эшенең нәтижәһенә яуап бирергә, ризыҡтың ҡәҙерен белергә, кеше хеҙмәтен ихтирам итергә өйрәнә. Яҙ көнө мәктәп, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо документ сиктәрендә мәктәптә яҡшы эштәр башҡарыла. Сыр, йогурт һәм туңдырма яһай торған ҡорамалдарҙы мәктәпкә һатып алыр өсөн инвестор ошо йәмғиәт директоры Рәмзил Низаметдинов булды.
— Эш башланды. Беҙҙең тарафтан бөтә ярҙам даими булып тора. Бары тик уҡыусыларҙың ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәтте яратыуы, тырышлығы кәрәк, — ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илвер Нурмөхәмәтов.
Айгөл Билалова фотолары.

Венера Арысланова.

Киләсәк ошонда башлана
Киләсәк ошонда башлана
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас