Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Октября , 04:45

Күпте күргән, күпте кисергән ағинәй

Шамрат ауылында йәшәүсе Фатима Дәүләтйәнова 10 балаға ғүмер биргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күпте күргән, күпте кисергән ағинәйКүпте күргән, күпте кисергән ағинәй
Күпте күргән, күпте кисергән ағинәй
Йәмле Йүрүҙән буйында Маты ауылы бик күптәргә үҙенең бай тарихы, эшсән һәм талантлы халҡы, заманында гөрләп торған колхозы менән билдәле. Ошо ауылда күп бала тәрбиәләүсе  Ғатауллиндар ғаиләһендә 1938 йылда етенсеһе булып Фатима апай  донъяға килә. 
  Фатима Тәҡиулла ҡыҙын тормош төрлө һынауҙар менән сыныҡтыра. Биш кенә йәшендә  әсәһе Ҡәнифә апай ҡаты ауырып, донъя ҡуя.  
   — Әсәйемдең беҙҙе ташлап китеүен ауыр кисерҙек. Атайым үҙен ҡулға алып, беҙ етемлекте тоймаһын өсөн бар көсөн һалды. Рухтары шат булһын атай-әсәйемдең. Бала сағыбыҙ  ауыр һуғыш  һәм унан һуңғы  йылдарға тура килде.  Ашауға килгәндә, нимә бар, шуға ҡыуана инек. Төрлө саҡтар булды: күршеләргә кереп тә ашай торғайныҡ. Ауылда бер кем дә ситкә ҡаҡманы. Бик татыу һәм дуҫ йәшәнек. Әрһеҙлек йәшәргә, ауырлыҡтар менән көрәшергә ярҙам иткәндер, — тип хәтер йомғағын һүтте күпте күргән, күпте кисергән ағинәй. 
  Тәҡиулла Ғатауллин, тормош иптәше яҡты донъяны ташлап киткәс, яңғыҙы ғына ете баланы тәрбиәләү ҙур яуаплылыҡ икәнен аңлап, ғаиләне тарҡатмаҫ өсөн үҙенә иптәш һәм таяныс булырлыҡ ҡатын алып ҡайта. Шул көндән ғаилә яңы һулыш алып йәшәп китә. Өҫтәлдә мейестән бешеп сыҡҡан икмәк, балаларҙың өҫтөндә таҙа кейем, йәмле өй. Тағы нимә кәрәк бәхетле ғаилә өсөн!?  
  — Атайымдың тормош иптәше Закирә инәй беҙҙе үҙ балаларын ҡараған кеүек тәрбиәләне, — ти Фатима Тәҡиулла ҡыҙы.
  Үҫмер саҡтың ауырлығы һәм ҙур һынауҙары аша үткән ҡыҙҙың ағайҙары ла үҙҙәрен ҡарар өсөн бик йәштән урындағы колхозға эшкә урынлашып, ерен дә һөрә, игенен дә сәсә, бесәнен дә йыя. Ҡыҙ балаға ла ҡулына салғы тотоп,  бесән саба башлағанда ни бары 12 йәш кенә була. Ауылдарынан йыраҡ түгел Бурһыҡ һәм Ҡаҡсыр яландарында аҙналар буйы ҡунып ятып, колхозға бесән  эшләргә тура килә уларға. 
   Фатима  апай бер туғандары менән  Маты ауылында —  башланғыс, күрше Шамратта ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. Артабан егет ҡорона ингән ағаларының үҙ тормошо, ә ҡыҙҙарҙың үҙ юлдары тағы ла яңы һынауҙар менән дауам итә. 
  Ҡыҙға 18 йәш тулғанда үҙҙәренең ауылынан Дәүләтйәновтар нәҫеленән буласаҡ тормош иптәше Мәхийәндең туғандары атаһынан Фатиманы бер нисә тапҡыр һорап килә. Тәҡиулла ҡарт беренсе һорап килгәндә үк ризалығын бирмәһә лә, буласаҡ кейәүенең ҡыҙын ныҡ яратҡанын аңлап, икенсе килгәнендә фатихаһын бирә. Шулай 1956 йылда Маты ауылында йәш ғаилә тормош ҡороп, донъя көтә башлай. Ул саҡта кем уйлаһын, Фатима менән Мәхийән  Дәүләтйәновтар ҡулға-ҡул тотошоп, 65 йылға яҡын бергә ғүмер кисерер һәм 10 балаға ғүмер бүләк итер тип. 
   Ғаилә башлығы Шамрат урман хужалығына эшкә урынлашҡас, улар ике йылдан һуң күрше ауылға күсенеп килеп,  яңы йорт һалып  сыға. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы балалар тыуа. Мәхийән ағай ал-ял белмәй хужалыҡта тракторсы булып эшләһә, йорт мәшәҡәттәре, балалар тәрбиәләү Фатима апайҙың иңенә төшә.
  Ваҡыт уҙа, балалар урындағы мәктәпте тамамлап, һөнәр үҙләштерергә республиканың төрлө уҡыу йорттарына таралыша. Уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡороп, бөгөн Өфөлә, Межгорьела, Дүртөйлөлә, Кушнаренкола һәм Ҡариҙел районында ғүмер итә.
64 йылдан ашыу бергә матур донъя көтөп, Фатима ағинәйҙең тормош иптәше баҡыйлыҡҡа күсә. Был юғалтыуҙы ла ул сабыр кисереп, бөгөн балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй.
   Бар эшкә лә оҫта Фатима Дәүләтйәнова балалар тәрбиәләргә лә, ҡатын-ҡыҙҙар менән ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап, спектаклдәрҙә лә уйнарға ваҡыт таба. Ә күршеһе һәм әхирәте менән кис ултырыуҙар уның күңелендә үҙе бер матур хәтирә булып һаҡлана. 
 — Әхирәтем Фәйхүнә һәм күршем Хәсәнә менән бик татыу һәм дуҫ йәшәнек. Шатлыҡтарҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла бергә кисерҙек, – тип һөйләй Фатима Тәҡиулла ҡыҙы. – Балаларҙы ашатып йоҡларға һалғас, йыйылып, ойоҡбаш йәки бейәләйҙәр бәйләй торғайныҡ. Һөйләшеп, йырлашып ултыра инек. Ә иртән тағы ла ирем тороуына мейесте яғып, аш бешереп, эшкә оҙатып, унан инде иҙәндә теҙелешеп йоҡлап ятҡан балаларҙы уятып, мәктәпкә оҙата инем. Артабан тышҡа сығып, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ашатаһың. Көйәнтәне иң башҡа һалып, Йүрүҙән йылғаһынан көнөнә кәмендә биш-алты тапҡыр һыу ташыйһың.  Былар —  тормош көтөүҙең матур һәм ҡәҙерле саҡтары. 
   Дәүләтйәновтар балаларын эшкә өйрәтеп үҫтергәндәре өсөн ғорурлана. Шуға ла хеҙмәт аша уларҙы тәрбиәләп үҫтереү һәм аяҡҡа баҫтырыу — ғаиләнең төп бурыстарҙың береһе, тип һанай бөгөн 16 ейән-ейәнсәрен һәм 16 бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуанған Фатима инәй. 
 Әлеге ваҡытта барған махсус хәрби операция был ғаиләне лә урап уҙмай. Фатима инәйҙең улы Дил Дәүләтйәнов хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм исеме бер ҡасан да онотолмаясаҡ. 

  Декабрҙә 88 йәшен тултырасаҡ  Фатима Тәҡиулла ҡыҙының өйөндәге ҡул эштәре район сараларындағы күргәҙмәләрҙе артабан да биҙәп, тәмле аш-һыуҙары килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып торһон. Хөрмәтле ағинәйебеҙгә оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Марат Бүләков.

Ҡариҙел районы.

Күпте күргән, күпте кисергән ағинәй
Күпте күргән, күпте кисергән ағинәй
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас