

Диләрә Әлетдинова үҙенең беренсе концертын иң рәхмәтле тамашасылар — ауыл балаларына бүләк итергә ҡарар итә. Был уй-ниәте ҡыҙға диплом алыр алдынан килә. Ул бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ. «Һылыуҡай - 2011» конкурсында еңеүе ярҙамында Диләрә Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Арысланова менән таныша, уҡытыусы ҡыҙыҡайға вокал донъяһын аса һәм уны «Йондоҙло бала саҡ» төбәк телевизион фестивале сәхнәһенә алып сыға. Һөнәри үҫеш Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа, артабан абруйлы гимназия-интернатта дауам итә. Бында дөйөм белем биреү предметтарынан тыш, музыкаль тормош та ҡайнап тора: Регина Исмәғилева етәкселегендә фортепиано дәрестәре, хор менән дирижерлыҡ итеүҙә тәүге аҙымдар, оләсәһе Рәүиә Саматова менән район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә икәүләп сығыш яһауҙар.
Өфө сәнғәт училищеһында белем алыу мәҙәниәт хеҙмәткәре булып өлгөрөүҙең һуңғы этабы була. Майя Листкова, артабан үҙенең кумиры Алевтина Сморякова етәкселегендә Диләрә Винер ҡыҙы иң ҡатмарлы фәндәрҙе үҙләштерә. Өфө балалар филармонияһындағы практика, Анжелика Дъячук етәкселегендәге балалар вокаль ансамблендә эшләү, Хөкүмәт концерттарында ҡатнашыу — былар барыһы ла уны ышаныслы белгес итеп формалаштыра. Эш бүлеү комиссияһына мөрәжәғәт иткәс, Мишкә районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Радион Плотников ҡыҙыҡайға хор уҡытыусыһының вакантлы урынын тәҡдим итә.
Диләрә Әлетдинова бирелә үҙенең хеҙмәт юлын ҙур теләк менән башлауы тураһында һөйләй.
— Мин коллективҡа еңел генә инеп киттем, хеҙмәттәштәрем мине ихлас ҡабул итте. Эшкә лә тиҙ яраҡлашырмын, тип уйлайым. Бында үҙемде үҙ урынымда кеүек тоям, — ти йәш белгес.
Диләрәнең яҡын киләсәккә пландары дәрестәр алып барыу ғына түгел, ә балалар хорын тергеҙеү, уҡыусыларҙы район конкурс-фестивалдәренә әҙерләү һәм ысын мәҙәниәттең баш ҡаланан ситтә лә йәшәүен, гөрләүен, һәләтле балаларҙың күп булыуын иҫбат итеү. Һәләтле ҡыҙ, алдан әйтеп китеүемсә, «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса эшкә килде. Башҡортостан Республикаһы был башланғыс буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә тора. Конкурс һайлап алыу йомғаҡтары буйынса бер миллион һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе тиҫтәләгән белгес алды, уларҙың күпселеге — Өфө сәнғәт институты һәм музыка колледждарын тамамлаусылар. Программаның төп шарты үҙгәрмәй: һайлаған урында кәмендә биш йыл эшләргә, тыуған ер мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индерергә. Дәүләт ярҙамы йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә йәки эшкә йөрөргә автомобиль һатып алырға мөмкинлек бирә.
«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы хеҙмәт юлын башлаусы йәш белгестәргә ҙур ярҙам булып тора. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе төбәктең төп стратегик ресурсы, тип билдәләне. “Беҙ бер ваҡыт биләгән вазифабыҙҙан китербеҙ. Беҙҙән һуң йәштәр киләсәк. Улар яуаплы эштәргә дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ позиция менән килергә тейеш... Йәштәр менән эшләү — беҙҙең төп бурыс”, — тине Радий Фәрит улы.
Аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙә төбәк етәксеһе ярҙамдың аныҡ механизмдарын булдырыуға иғтибар йүнәлтергә ҡуша. Беренсе аҙым яһарға ҡурҡҡан йәки икеләнгән йәштәргә ошондай кәңәш бирә:
— Беҙҙә өс-дүрт көн генә булып та, Башҡортостанда ҡалырға ҡарар иткән йәштәр булһа, мин үҙем һеҙгә уңыштың һәм үҫештең шәхси траекторияһын яҙып бирергә әҙер, һәр яҡлап ярҙам күрһәтербеҙ, — ти төбәк Башлығы.
Бынан тыш, республика йәш таланттар өсөн инфраструктура булдырыуға байтаҡ ресурстар бүлә. Мәскәүҙә Кадрҙар стажировкаһы үҙәген төҙөү ҙә ошо маҡсатты күҙ уңында тота — Башҡортостандан сыҡҡан студенттарға баш ҡалала тәжрибә тупларға һәм бында, республикала, һөнәри перспективалар һәм Хөкүмәт ярҙамы булыуын белеп, кире ҡайтырға ярҙам итеү.
Диләрә Винер ҡыҙының тарихы — ул шәхси биография ғына түгел. Был дәүләт механизмдарының урындарҙа нисек эшләүенең, тыныс ауыл урамдарын тере сәнғәт менән тулыландырыуҙың сағыу миҫалы. Йәш белгестең ауыл еренә эшкә ҡайтыуы бөгөн меңләгән студентҡа бирелгән: “Улар ҡайтырмы?” тигән һорауға яуап. Диләрә ҡайтты һәм Мишкә балаларын серле сәнғәт донъяһына алып инәсәк. Уҡытыусы үҙ эшен ысын күңелдән яратһа, белем усағының ҡайҙа урынлашыуы әһәмиәтле түгел — ауылдағы сәнғәт мәктәбе ҙур консерваторияның филиалына әйләнә, ә һәр репетиция балалар өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелә.
Диләрә Әлетдинова алдында ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс эш, балаларҙың йөҙҙәрсә йылмайыуы тора, ошолар өсөн ул баш ҡала филармонияһынан ябай ауыл мәктәбенә килде. Йәш белгескә ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: берҙәм, татыу коллектив тупланып, район-республика фестивалдәре йәш артистарға лайыҡлы еңеүҙәр, көслө алҡыштар алып килһан, көс-дәрт, илһам бер ҡасан да ташламаһын!
Рәйлә Әптекәева.
Мишкә районы.