Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Октября , 10:30

Балтас районы ижадсылары еңеү яуланы

Өфөлә Өлкәндәр көнөнә арналған «Мин яратам һине, тормош!» XV республика фестиваленың гала-концерты үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балтас районы ижадсылары  еңеү яуланыБалтас районы ижадсылары  еңеү яуланы
Балтас районы ижадсылары еңеү яуланы

 Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан өлкән быуын вәкилдәре ҡатнашты. Балтас районы ижадсылары ла уңышлы сығыш яһаны.

Райондың концерт программаһы фестивалдың иң яҡшы программаһы тип танылды. Дамир Хәмәтов етәкселегендәге ирҙәр вокаль ансамбле һәм декоратив-ғәмәли ижад оҫталары беренсе урынға лайыҡ булды. Шаһит Фәрхуллин етәкселегендәге «Моң» халыҡ тальянсылар ансамбле икенсе урын яуланы.

Балтастарҙың  фестивалдәге уңыштары райондың өлкән быуын вәкилдәре араһында ижади һәләттәрҙең күп булыуын тағы бер ҡат күрһәтте. Улар йыр-моң һәм ҡул эштәре аша туған яҡтың мәҙәни традицияларын лайыҡлы танытты.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Балтас районы ижадсылары  еңеү яуланы
Балтас районы ижадсылары  еңеү яуланы
Балтас районы ижадсылары  еңеү яуланы
Балтас районы ижадсылары еңеү яуланы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас