Йәнтөйәк
+8 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
30 Сентября , 11:00

Ҡылғандары бары изгелек

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡылғандары бары изгелекҠылғандары бары изгелек
Ҡылғандары бары изгелек

Сәләмәт тормош алып барыусы ағинәй  94 йәшен тултыра

Ауырлыҡтарға, һынауҙарға бирешмәй, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, тормош юлын лайыҡлы үткән һәм  тырыш, илһөйәр балалар үҫтергән Фәридә  Ғәлихан ҡыҙы Ғәлиева — Ҡариҙел ауылының иң оло кешеләренең береһе.   Аңы теүәл, зиһене үткер, кешеләр менән аралашыуҙан оло йәм табып йәшәй ул. Бала сағынан алып әлегәсә бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты булған хөрмәтле ағинәйҙең хеҙмәт юлы ысын мәғәнәһендә йәштәргә өлгө булып тора.

 Тәбиғәттең гүзәл мөйөшөнә һыйынып ҡына ултырған Яңы Итҡусты ауылында  Ғәлихан Риян улы һәм Кафиә Дәүләтбай ҡыҙының туғыҙ балалы ғаиләһендә икенсеһе   булып 1932 йылда донъяға килә  Фәридә апай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға  туғыҙ йәш тулып өлгөрмәгән була. Ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп, наҙланып, тиҫтерҙәре менән туйғансы уйнап үҫә торған матур бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Күпме сабыйҙың яҙмышын, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм иткән ул йылдар шауҡымы  уның ғаиләһен дә урап үтмәй.

“Ни бары өс класс  уҡый алдым, һуғыш башланды. Белем алырға теләгем көслө ине. Ул саҡта дәфтәр-ҡәләм юҡ, ҡаурыйҙы мөрйәнән алынған ҡараға манып яҙа инек. Башҡа тиҫтерҙәремдеке һымаҡ  минең дә атайым фронтҡа китте.  Ул саҡта күргән-кисергәндәрҙе һөйләп бөтөрөрлөк  тә түгел. Ярай беҙҙең бәхеткә атайыбыҙ  һуғыштан иҫән-һау Еңеү менән ҡайтты.

Бәләкәйҙән эшкә “егелеп” үҫтем. Ғаиләлә оло ҡыҙ булғас, туғандарымды ҡараным. Әсәйем иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем баҫыуҙа тир түкте. Мин дә колхозда эшләнем. Күп итеп сөгөлдөр эшкәртә инек,  мал ҡараныҡ, һөт, ҡаймаҡ, май әҙерләп һаттыҡ, — тип тормош йомғағын һүтте Фәридә Ғәлихан ҡыҙы. — Буласаҡ ирем Хәсән Миңлеғәли улы  менән 1953 йылда таныштыҡ. Миңә ул саҡта — 22, ә уға  25 йәш ине. Уның апаһы беҙҙең өйгә ҡаршы йәшәне. Ҡунаҡҡа килгәнендә мине күреп ҡалған да, ғашиҡ булған. Дуҫлашып, осрашып йөрөргә ирек ҡуйманы. Тиҙ арала ЗАГС-ҡа алып барҙы, шулай итеп 1953 йылдың 15  ғинуарында беҙ ҡауыштыҡ.

Аллаға шөкөр, ирем бик яҡшы кеше булды. Уның менән иңгә-иңде ҡуйып, 40 йыл бәхетле йәшәнек. Үҙ ғүмеребеҙҙә өс йорт һалдыҡ, икеһе Асҡыш ауылында , ә береһе район үҙәгендә. Ҡариҙелгә беҙ 1986 йылда күсеп килдек. Тәүҙә йорт һатып алып торҙоҡ, һуңынан үҙебеҙ яңыны һалдыҡ.

Тормош иптәшем менән биш балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһенә яҡшы тәрбиә һәм белем бирергә тырыштыҡ. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ аҡыллы, тырыш. Һәр береһе  татыу ғаилә ҡороп, күптән инде үҙҙәре олатай-өләсәй булып, ейәндәр һөйә. Үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәйҙәр, һәр саҡ бер-береһенең хәлен белеп, кәрәк саҡта ярҙамлашып торалар.

Ирем колхозда бригадир  булып эшләне. Ул бар эшкә лә оҫта булды, барыһы ла уны ихтирам итә ине. Балалар ҙа бигерәк яратты үҙен, улар өсөн һәр саҡ авторитет булды.

Беҙ  ҡайнымды  оҙаҡ йылдар тәрбиәләп ҡараныҡ, ул, үҙ сиратында, беҙҙең балаларға күҙ-ҡолаҡ була торғайны.

Аллаһҡ  шөкөр, матур тормош юлы үттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшем 1994 йылда мине мәңгелеккә ҡалдырып, байҡыйлыҡҡа күсте. Урыны йәннәттә булһын.

Тормошомдан  ҡәнәғәтмен. Мине һәр саҡ яратып, хөрмәт итеп, ҡурсалап йәшәгән иремә,  терәгем-таянысым  булған балаларыма, шатлыҡ-ҡыуаныстар бүләк иткән ейән-ейәнсәрҙәремә һәм бүлә-бүләсәрҙәремә рәхмәтлемен.

Мин һәр саҡ сәләмәт, айыҡ тормош алып барҙым. Гел иртән зарядка яһайым. 90 йәшемә тиклем ҙур баҡсала йәшелсә-емеш ултыртып, мул уңыш алдым. Күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерҙем. Бөгөн   балаларымдың ҡәҙер-хөрмәтемдә йәшәйем. Стәрлетамаҡтан — Флүрә, Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылынан — Флүзә, Благовар районы Языков ауылынан  Рәзимә ҡыҙҙарым  алмашлап минең янға ҡайтып тора. Үҙем дә уларға ҡунаҡҡа барам.

 Барыһына ла минең һымаҡ 94-те тултырғанда  ла намаҙ уҡып, үткер зиһенле булырға яҙһын. Йәштәргә теләгем шул: сәләмәт тормош алып барһындар, уҡыһындар, белемле булһындар, фиҙаҡәр хеҙмәттә, хәләл ризыҡтар ашап, матур йәшәһендәр. Иң мөһиме, тыныслыҡ булһын, халыҡтар имен йәшәһен, махсус хәрби операция тамамланып, ир-егеттәребеҙ Еңеү менәниҫән-һау ҡайтһын”.

Күпте күргән, күпте кисергән хөрмәтле Фәридә Ғәлихан ҡыҙы балаларының шундай тырыш, ихтирамлы, мәрхәмәтле булыуҙарына, матур итеп етеш донъя көтөүҙәренә, 12 ейән-ейәнсәренең уңыштарына һәм 22 бүлә-бүләсәренең нисек үҫеүен күрә алыуына һөйөнөп йәшәй бөгөн.  

 

Наилә Имаева.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас