

Ҡаракүл ауылы район үҙәгенән алыҫ урынлашмаһа ла, бында йәшәүселәр хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара һәм нигеҙҙә оло йәштәге кешеләрҙән тора. Көҙгө матур һауа торошо, ауыл өҫтөнән ағылған йыр-моң, гармун көйҙәре бында ғүмер кисереүселәргә ауылдың ҡасандыр гөрләп торған саҡтарын иҫкә төшөрҙө. Оло йәштәгеләр үҙҙәрен бала саҡтарына, йәшлектәренә ҡайтып килгәндәй тойҙо. Артистар башҡарыуында яңғыраған дәртле йырҙар ауылды йәмләндереп тирә-яҡҡа ағылды. Ә инде тамашаға килгән халыҡ һәр сығышты бик ҡәнәғәт булып тыңланы һәм дәррәү ҡул сапты, рәхмәттәрен еткерҙе.
— Беҙ хәҙер оло йәштәбеҙ. Район үҙәгенә концерттарға бик йөрөй алмайбыҙ. Ә бөгөн концерт үҙе беҙҙең янға килде. Бындай саралар беҙҙең өсөн бик мөһим. Йәш саҡтарыбыҙға ҡайтып килгәндәй тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Рәхәтләнеп матур һәм мәғәнәле йырҙар, шиғырҙар тыңланыҡ. Киләсәктә лә көтеп ҡалабыҙ. Рәхмәт, ойоштороп алып килгән һәм беҙгә сағыу байрам бүләк иткән район Мәҙәниәт йорто артистарына, — тине Фәйзүнә һәм Тәлғәт Ғаяновтар.
Ихлас һүҙҙәргә Мәрзиә апай Мөғәллимова ла ҡушылды:
— Мин үҙем дә йәш саҡта йырларға ярата инем. Йәмле концертты хәтирәләргә бирелеп, онотолоп тыңланым. Һәр башҡарылған йыр бала сағыма, йәшлегемә алып ҡайтҡандай тойолдо. Йырҙар мәғәнәле, артистар бик матур башҡарҙы. Ауылыбыҙ бәләкәй, бында ғүмер кисереүселәр әҙ ҡалып бара. Рәхмәт, шундай матур концерт әҙерләп алып килеүселәргә.
Сөмбөл Әсләмова.