Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
26 Сентября , 03:35

Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө

Милли геройыбыҙҙы бергәләп иҫкә алайыҡ, дуҫтар!

Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнөБөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө
Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө

Салауат Юлаев башҡорт милләтенең хәтерендә мәңгегә герой, халҡының хоҡуҡтары, азатлығы өсөн көрәшсе булып ҡала. Тарихтан күреүебеҙсә, ул йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тотош ғәскәр менән етәкселек итә һәм көрәшкә алып бара.

Ҡыйыу Салауатты хәрби батырлыҡтары өсөн данлаһалар, уның ҡурайсы, сәсән, шағир булыуы ла күптәрҙе рухландыра. Батырыбыҙҙың тыуған Уралын данлап яҙған шиғырҙары, ижады Башҡортостан мәҙәниәтенең, әҙәбиәтенең үҙенсәлекле бер өлөшө булып бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ә уның ижадын һәм батырлыҡтары хаҡындағы тарихты киләсәккә еткереү иһә – беҙҙең, бөгөнгө быуындың, изге бурысы. 

Ҡариҙел районы уҡыусылары  һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла Салауат Юлаев  яҙмышына битараф түгел.  

 Ҡариҙел ауылында мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең остаздары менән йыйылышып майҙан түрендә һүҙ тотто. Башҡорт халҡының милли геройы – Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләп, уның үткән тормошон, батырлығын иҫкә алып тағы ла Салауатыбыҙҙың рухын шатландыҙылар.

Сәсәнебеҙең шиғырҙары һәм моңдары күңелебеҙҙә йәшәй икән, тимәк  батырыбыҙҙың рухы әле йөрәгебеҙҙә һүнмәгән һәм һүрелмәйәсәк. Дан, сараны ойоштороусыларға !

 

Салауаттар әйтәм Салауатҡа

Салауатым, һин мәңгелек, һин үлмәнең!
Башҡорт илен һаҡлап тора һинең йәнең.
Салауат ул – хыял уты, милләт ҡото,
Мәңге йәшә, Салауатлы милләт йорто!
Салауат ул – азатлыҡтың оранылыр,
Кәрәк булһа, ҡоралһыҙҙың ҡоралылыр,
Хикмәт барҙыр Салауаттың ҡылысында.
Шуға ла ул тора һәр саҡ ҡын осонда.
Салауат ул доға беҙҙә, доға беҙҙә,
Салауаттар әйтәйек беҙ бергә-бергә
Илебеҙгә, еребеҙгә!
Эй, ғүмерҙәр...

Рәшит Шәкүр.

Марат Бүләков.

Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө
Бөгөн Салауат Юлаевтың хәтер көнө
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас