Йәнтөйәк
+12 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
25 Сентября , 11:25

Ышаныс чаты эшләй башланы

Проекттың инициаторы булып республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин сығыш яһаны.  

Ышаныс чаты эшләй башланыЫшаныс чаты эшләй башланы
Ышаныс чаты эшләй башланы

Башҡортостанда MAX платформаһында үҫмерҙәр өсөн "Беҙ һинең менән" ышаныс чаты эшләй башланы. Проекттың инициаторы булып республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин сығыш яһаны.

Нимә тураһында яҙырға мөмкин?

Хәүеф һәм паника, өйҙә йәки класта конфликттар, романтик мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөүе, үпкәләү, яҡын кешеңде юғалтыу, класта ҡул күтәреүҙән йәки беренсе булып һүҙ башлауҙан ҡурҡыу, танышҡан ваҡытта оялыу һәм башҡа ситуацияларҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин, тип белдерҙе министр.

Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, был чатҡа ышанырға мөмкин. Беренсенән, анонимлыҡ һаҡлана: бер кем дә һинең кем икәнеңде, исемеңде, ҡайһы мәктәптә уҡыуыңды белмәй. Икенсенән, хәлде ентекләп тикшереү һәм реаль ярҙам ғына. Өсөнсөнән, мессенджерҙы асып, үҙеңә уңайлы ваҡытта яҙырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас