Һөт биҙҙәренең ҡыҙарыуы, шәмәхә төҫөнәрәк инеүе көслө ялҡынһыныу тураһында һөйләй. Ошондай билдәләр күкрәктә яман шештең бик тиҙ аҙыуын күрһәтеүе ихтимал.
Тағы ниндәй осраҡтарҙың сир барлығын иҫкәртеүе мөмкин? Күкрәктәге төйөрсөктәр, ҡапыл ауыртыу, сәнсеү, күкрәктең үлсәме йәки формаһы үҙгәреү, тиреһе айырылыу, ҡан һүле килеү, ҡулдарҙы күтәргәндә күкрәк тиреһендә уйымдар барлыҡҡа килеү. Шулай уҡ ҡултыҡ аҫтындағы, умрау һөйәгенең өҫтө һәм аҫтындағы лимфа төйөндәре үҫеүгә, йәрәхәттәр барлыҡҡа килеүгә, күкрәктә ҡан тамырҙары бүртеп сығыуға иғтибар итергә кәрәк.
Һанап үтелгән осраҡтарҙа тиҙ арала табипҡа күренеү мөһим. Сәләмәт булайыҡ!