Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
25 Сентября , 06:30

"Йәшлек"тәр гала-концертта!

Ҡариҙел районының «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле   «Байыҡ» телевизион конкурсының икенсе турында уңышлы сығыш яһап, гала-концертҡа үтеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!  

Добавить в предпочтительные источники Google
"Йәшлек"тәр гала-концертта!"Йәшлек"тәр гала-концертта!
"Йәшлек"тәр гала-концертта!

Өфөлә, 24 сентябрҙә, «Байыҡ» телевизион конкурсының икенсе һайлап алыу туры үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ижади коллективтар баһалама комиссия ағзаларына үҙҙәренең репертуарҙарынан икенсе бейеүҙе тәҡдим итте. Ҡариҙел районының йөҙөк ҡашы  буған бейеү ансамбле лә был бәйгенән ситтә ҡалманы.

«Йәшлек»тәр беренсе турҙа баһалама комиссия ағзаларына «Ауыл урамы» тип аталған башҡорт бейеүен күрһәтһә, был юлы улар яңы бейеүҙәрен тәҡдим итте.

Яратҡан ансамблен дәртләндереп , тыуған яғыбыҙҙың мәҙәниәтен республика кимәлендә таратып йөрөүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнированы һәм бейеүселәребеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ. Афариндар, Ҡариҙел һылыуҙары!

Автор:Марат Бүләков.
"Йәшлек"тәр гала-концертта!
"Йәшлек"тәр гала-концертта!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас