

Ярыштарҙа Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенән 250-нән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Сараны асыу тантанаһында барыһын да район хакимиәте башлығы Лариса Александрова, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Розалия Сафиуллина, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Михаил Килмаҡаев һәм «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Мишкә бүлексәһе етәксеһе Александр Дмитриев сәләмләй.
Уйындар программаһына үҫмерҙәрҙән сыҙамлыҡ, теүәллек һәм аҡыл талап иткән спорт ярыштары инә.
Көсөргәнешле көрәш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр Һәм призерҙар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы дипломдары менән бүләкләнә.
Был сара — спорт ҡына түгел, ә Тыуған илгә һөйөү, батырлыҡ һәм берҙәмлек байрамы була.
Сығанаҡ: https://vk.ru/wall-172936047_13404