Йәнтөйәк
-4 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
25 Сентября , 04:05

Беҙҙең берҙәм яу батырҙары

Нефтекаманан 22 йәшлек Алан Нәбиуллин махсус операция биләмәһендә штурмлаусынан башлап дрон операторына тиклем юл үтә – хәҙер уның «ҡоралы» автомат түгел, ә пилотһыҙ осоусы аппаратҡа идара пульты.    

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең берҙәм яу батырҙарыБеҙҙең берҙәм яу батырҙары
Беҙҙең берҙәм яу батырҙары

Рәсәй Оборона министрлығы менән Алан 2025 йылдың көҙөндә контракт төҙөй. Башта уның хеҙмәте штурм подразделениеһында үтә, унда ныҡлы сыҙамлыҡ менән ҡорос нервылар талап ителә. Хәрби бурысты үтәгәндә тәнен туңдырып, тергеҙеү курсын үткәс, командование уны эвакуация бригадаһына күсерә.

Әммә Алан заманса ҡорал – пилотһыҙ аппараттар менән эшләргә ҡарар итә. БПЛА операторына уҡый. Бөгөн беҙҙең батыр «мавиктар» менән оҫта идара итә. Был эштә уға, бала сағында ата-әсәһен «ялды бушҡа сарыф итеү» хафаһына һалған, компьютер симуляторҙарындағы тәжрибәһе кәрәк. Уйындарҙа сарланған бармаҡ моторикаһы менән фекерләү киңлеге хәҙер ғәмәли хәрби шарттарҙа ярҙам итә.

Әле Алан FPV-дрондар менән идара итергә өйрәнә. «Красная звезда» газетаһы хәрби хәбәрсеһе Алексей Кожевниковҡа интервьюһында ул дөрөҫөн әйтә:

- FPV – күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ. Уҡытыуҙы беҙҙең полк инструкторҙары, хәрби тәжрибәле ир-егеттәр алып бара. Ентекләп аңлаталар, яҡшылап өйрәтәләр. Дошман техникаһын мин шәхсән үҙем ҡаҡшатҡаным юҡ, алдашмайым – әле өйрәнәм генә. Әммә был эштә иң яҡшы белгес булырға теләйем. Сөнки бөгөнгө һуғыш – пилотһыҙ осоу аппараттары һуғышы. Улар бронь яндыра, тере көстәрҙе юҡ итә, һөжүм алып бара. Күктә еңгәндәр – ерҙә лә еңәсәк.

Алан Нәбиуллин «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Яугирҙың тиҙ арала Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!

Фото, сығанаҡ: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте, Земля Батыров, вк.

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/care/2026-09-24/be-e-ber-m-yau-batyr-ary-4825800
 
Автор:
Читайте нас