

Сабыйын балалар баҡсаһына йөрөткән һәр ата-әсә тәрбиәсенең алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, яғымлы, бала йәнле һәм яуаплы булыуын теләй. Был сифаттар Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында эшләгән Лениза Хәбибуллинаға хас.
“Бала йәнле, тырыш тәрбиәсе, үҙ эшенең оҫтаһы”, – тиҙәр Лениза Рәүеф ҡыҙы тураһында. Юғары категорияға эйә тәрбиәсенең “Йәйғор”ҙағы хеҙмәт стажы 10 йыл. Ул бирелә ике йыл физик күнекмәләр үткәрә, унан музыкаль етәксе була. Ә 2020 йылдан йәсле йәшендәге төркөмдә тәрбиәсе булып эшләй.
Лениза Рәүеф ҡыҙы һөнәренә бар күңел йылыһын һала. Бер йәштән өс йәшкә тиклемге балалар менән эшләү ауырлығын ошо өлкәлә хеҙмәт һалған кеше генә беләлер. Тәрбиәсенең һәр көнө – яңы ваҡиғаларға, асыштарға һәм төрлө холоҡло балалар менән аралашыуға бай. Береһе балалар баҡсаһына тиҙ эйәләшеп, тиҫтерҙәре менән аралашып китһә, икенсеһенә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Лениза Рәүеф ҡыҙы һәр сабыйҙың күңеленә асҡыс табып, һәр береһенең һәләтен үҫтерергә, коллективҡа өйрәтергә ҙур тырышлыҡ һала.
Тырыш, әүҙем тәрбиәсе кескәйҙәрҙе төрлө сараларға һәм конкурстарға әҙерләй. Йырҙар өйрәнеп, шиғырҙар ятлап, милли кейемдәр тегеп, байрамдар һәм иртәлектәр үткәрәләр, ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр.
Илһөйәр Махатова.