Йәнтөйәк
+15 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
24 Сентября , 07:15

Сәләмәт тормошто пропагандалап

Ҡубияҙ  ауылында район Мәҙәниәт йортоноң  балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләү буйынса методисы Гөлшан Крапивина  Автоклуб ярҙамында   «Мин һаулыҡты һайлайым» тигән спорт-күңел асыу сараһын үткәрҙе.  

Сәләмәт тормошто пропагандалапСәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап

Сараның төп маҡсаты — сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм балаларҙа физик әүҙемлеккә һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Ҡатнашыусылар спорт һәм команда уйындарында ҙур теләк менән ҡатнашты, оҫталыҡ, тиҙлек, көс һәм сыҙамлыҡ күрһәтте.

Балалар шулай уҡ һаулыҡ тураһында һорауҙарға яуап бирә, йомаҡтар сисә һәм физик әүҙемлектең, дөрөҫ йәшәү рәүешенең һәм спорт менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы тураһында яңы мәғлүмәт  белә.

Команда эшенә һәм үҙ-ара ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Сара барышында балалар үҙҙәренең спорт һәләттәрен күрһәтеп, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында белемдәрен киңәйтеп кенә ҡалмай, ә бер-береһе менән аралаша, дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығыта һәм яңы дуҫтар таба.

Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас