Йәнтөйәк
+10 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
24 Сентября , 11:05

Халыҡ һаулығын хәстәрләп

«Сәләмәтлек поезы» Мишкәлә эшләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ һаулығын хәстәрләпХалыҡ һаулығын хәстәрләп
Халыҡ һаулығын хәстәрләп

 

Август аҙағынан сентябрь башына тиклем, туғыҙ эш көнө эсендә, район биләмәһендә күсмә медицина комплексы эшләне. «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» проекты сиктәрендә Нефтекама маршруты буйлап үткән «Сәләмәтлек поезы» алыҫтағы ауылдар халҡы өсөн ысын ваҡиғаға әйләнде.  Мобиль бригадалар йөҙләгән ауыл кешеһенең сәләмәтлеген тикшерҙе, хәүефтәрҙе асыҡланы һәм урында кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтте.

Мобиль медицина бригадаһы графикка ярашлы 10 тораҡ пунктты: Рәфәнде, Иҫке Арзамат, Яңы Аҡбулат, Камай, Баймырҙа, Оло Сухояз, Тымбай, Сурай, Лепешкин һәм Сабыҡ ауылдарын урап сыҡты. Халыҡ табиптарҙы шатланып ҡаршы алды — ҡабул итеүҙәр тәнәфесһеҙ барҙы, кешеләр һаулыҡтарын тикшертеү өсөн тотош ғаиләләре менән килде. Айырыуса оло йәштәгеләргә һәм аҙ хәрәкәтле граждандарға иғтибар бүленде: махсус ойошторолған транспорт тиҫтәләгән кешегә квалификациялы ярҙамды уларҙың йорт эргәһендә генә алырға мөмкинлек бирҙе.

Был осорҙа 709-ҙан ашыу кеше тикшерелде: 419 кеше — флюорография, 122 кеше маммография үткән, терапевт — 606, невролог — 290, хирург — 146, нарколог 100 пациентты ҡабул иткән һәм консультация үткәргән, ҡарау кабинетында 307 ҡатын-ҡыҙ тикшерелгән, сәләмәтлек үҙәгенә 388 кеше мөрәжәғәт иткән, 547 пациент анализдар тапшырған.

Атап әйткәндә, Камай ауылында ҡабул итеүҙең абсолют рекорды теркәлгән — терапевт 73 кешене ҡабул иткән, ә дөйөм алғанда табиптарға 100-ҙән ашыу ауыл кешеһе мөрәжәғәт иткән. Баймырҙала 97 пациент анализдар тапшырған, Сурайҙа медиктар өс кешегә сысҡан ауырыуына ҡаршы вакцинация үткәргән һәм нарколог консультацияһынан һуң ике пациентты тәүге тапҡыр диспансер иҫәбенә алған. Ҡабул итеүҙәр барышында бөтәһе ете мөрәжәғәт итеүсегә кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтелгән, ике пациент дауаханаға оҙатылған, биш кеше Республика клиник дауаханаһына консультацияға юллама алған. Мобиль үҙәктәрҙең заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы арҡаһында белгестәр организмдың хәүефле сигналдарын ваҡытында тойоп ала. 30-ҙан ашыу кеше өҫтәмә тикшереүгә йәки планлы госпитализацияға ебәрелгән.

Мобиль пункттарҙың күбеһендә табиптарға ирекмәндәр — Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары әүҙем ярҙам итте. Был осорҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙы ла ҡабул итеп, һаулығын тикшерҙеләр һәм кәңәштәр бирҙеләр.

2019 йылдан алып республикала халыҡҡа диагностик ярҙамдың уңайлылығын арттырыу һәм хроник йоғошло булмаған ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау маҡсатында йылы ваҡытта, апрелдән сентябргә тиклем, «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы үткәрелә. Уның маҡсаты — социаль әһәмиәтле һәм хроник йоғошло булмаған ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм ваҡытында дауалау. Был — ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре, онкологик ауырыуҙар, шәкәр диабеты, тын алыу ағзалары ауырыуҙары, шулай уҡ табип-белгестәр тарафынан асыҡланған төрлө патологиялар.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:

  • «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы республикабыҙҙың алыҫтағы ауыл һәм ҡасабаларында йәшәүселәргә Күсмә сәләмәтлек үҙәктәренә һәм ФАП-тарға, стоматология кабинетына, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика комплексына, Республика кардиология үҙәгенең кардиомобиленә барырға, флюорографтарҙа һәм маммографтарҙа тикшерелергә мөмкинлек биреү өсөн ойошторолғайны. Табиптар 22012 патологияны асыҡланы, байтаҡ кеше үҙенең ауырыуы тураһында беренсе тапҡыр белде. «Сәләмәтлек поездары» артабан да эшләйәсәк.

Рәйлә Әптекәева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас