

Шулай итеп, Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауҙарға йомғаҡ яһалды. Әле һуңғы һандарҙы иҫәпләү дауам итһә лә, төп һандар билдәле. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов яҡынса йомғаҡ яһаны.
Башҡортостанда 2 306 881 кеше (78,84 процент) тауыш биргән.
Дәүләт Думаһына иң күп тауыштарҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы йыйҙы – 60,72 процент. Артабан – “КПРФ” (10,93 процент), ЛДПР (8,42 процент), "Ғәҙел Рәсәй" һәм "ЯҢЫ КЕШЕЛӘР" 8,11-шәр процент йыйған
Бер мандатлы округтарҙа шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаттары ышаныслы еңеү яулай, улар 53,94 проценттан 70,12 процентҡа тиклем тауыш йыйған.
Бер мандатлы һайлау округтары буйынса тауыштар түбәндәгесә бүленде:
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа депутат булып 28-се Ҡыҙыл округы буйынса Андрей Назаров (81,87%) еңде.
Өфө ҡала советында “Берҙәм Рәсәй” 64,64 процент тауыш йыйған һәм 18 округтың 15-ендә алда бара. Бынан тыш, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарында 82 мандат алмаштырылған.
– Республикала һайлауҙар тыныс шарттарҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтте. Тауыш биреүгә әҙерлек һәм уны үткәреү барышында граждандарҙың именлеген тәьмин итеү бурыстары өҫтөнлөклө булды, — тип билдәләне Азат Ғәлимханов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та һайлауҙарҙы ойоштороуҙо юғары баһаланы.
Фото: "ГорОбзор.