Йәнтөйәк
+9 °С
Ясна
Антитеррор
Общие статьи
22 Сентябрь , 11:25

Сәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәр

Бөгөн Ҡубияҙ ауылы ағинәйҙәре йыйылышып, ауыл мәҙәниәт йорто алдында “Үҙебеҙ булдырған  матурлыҡ” тигән сәскәләр байрамы үткәрә.

Сәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәрСәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәр
Сәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәр

Сараны Ҡубияҙ ауылы ағинәйҙәрен етәкләүсе Зөһрә Туҡтағолова   әҙерләп  алып бара.  Үҙенең тоған ерен гөл баҡсаһына әйләндергән Зөһрә Морат ҡыҙы тәүҙә сәскәләр, уларҙың төрҙәре, сәскә төҫтәренең нимәләр аңлатыуын, сәскә тәрбиәләү серҙәре тураһында йәнле итеп һөйләй.

 — Матурлыҡтың бер өлгөһө булған сәскәләрҙе кем яратмай икән? Сағыу төҫтәре менән күҙҙе ҡамаштырған сәскәләрҙе кескәй балаларҙан алып ололарға тиклем үҙ итә. Бер байрамда, бер генә тантана ла сәскәһеҙ үтмәй.Сәскәләр урамдарҙы, баҡсалаоҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмдәй, ә бүлмә гөлдәре ҡайһылай матур һуң!  Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡ. Ә ауыл йәмен, бәҫен күтәреүсе, матурлыҡ өләшеүсе, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡыҙҙарыбыҙ икәләтә матурҙар, — тип Зөһрә апай гөл-сәскәләр үҫтереүсе ауылдаштарына — рухлы, уңған ағинәйҙәргә мөрәжәғәт итә.

Күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙән гөлләмәләр, композициялар өҫтәлдәрҙе биҙәй, көҙгө муллыҡ – баҡса емештәре лә байрамға йәм өҫтәй. Гөлләмә алып килгән ағинәйҙәр үҙҙәренең сәскә үҫтереү серҙәре, ниндәй сәскәләргә өҫтөнлөк биреүе тураһында һөйләп, алып килгән гөлләмәләре менән таныштыра.

Сара сиктәрендә  үҙенең тыуған көнөн билдәләүсе йәш ағинәй Гүзәл  Ваһапованы тыуған көнө менән дә ҡотлап, изге теләктәр еткерәләр.

Сәскәләр тураһында йырҙар ҙа йырлап, байрам бик күңелле, йәмле һәм йәнле уҙа.

 

 

Сәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәр
Сәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәр
Сәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәр
Сәскәләргә ғашиҡ ағинәйҙәр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас