

“Башҡорт батальоны” каналы республикабыҙҙың махсус хәрби операция геройҙары менән таныштырыуын дауам итә. Был юлы улар “Башҡортостан” полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы подразделениеһы командиры, “Отличник” позывнойлы Ринат Хәбибуллин тураһында һөйләне.
Хәрби сығыштарҙың береһендә расчет командиры ҡулына ярсыҡ тейеп яралана. Сержант Хәбибуллин хеҙмәттәшенә беренсе ярҙам күрһәтә һәм командованиены үҙ өҫтөнә ала. Һөҙөмтәлә, уларҙың алдына ҡуйылған ут бурысы үтәлә.
Батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Ринат Хәбибуллин II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, генерал Шайморатов миҙалдары һәм “Батырлыҡ өсөн” ЛХР миҙалы менән бүләкләнә.
Башҡортостан – геройҙар ваҡыты!
Фото: "Башҡорт батальоны".
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2026-09-22/otlichnik-burystar-y-otlichno-a-t-y-4822592