Эсәктә барлыҡҡа килгән полип башҡа ағзаларға ла зыян килтереүе ихтимал. Ул йыш ҡына яман шешкә лә әйләнә.
Был хаҡта онкологтар белдерә. Полиптан дауаланыу – эсәктә яман шеш килеп сығыуҙы киҫәтеү, ти улар. Әйтеүҙәренсә, онкология осраҡтарының ике-биш проценты ғына алдан бер ниндәй ауырыу булмайынса башлана. 95 проценты иһә – полиптар, бигерәк тә ашҡаҙан-эсәк юлдарындағы. Шулай уҡ үңәстә яман шеш осраҡтарының 80 проценты полиптар, гастрит сәбәпле барлыҡҡа килә, тиҙәр.
Полип барлығы асыҡланһа (мәҫәлән, колоноскопия эшләткәндә), шеште алдырырға кәңәш ителә. Әммә уның тағы ла килеп сығыуы ихтимал. “Ямғырҙан һуң бәшмәктәр һымаҡ үҫеп сығыуы организмда башлыса бер нәмәнең дә үҙгәрмәүе тураһында һөйләй”, – ти белгестәр.
Полиптың үҫеүенә килтергән сирҙәр – хроник гастрит, йәрәхәт, Крон ауырыуҙары, колиттар. Уларға ҡаршы тороу өсөн иммунитетты күтәреүҙе хәстәрләргә, туҡланыуға иғтибарлы булырға, табиптарға ваҡытында күренеп торорға кәрәк.