Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
21 Сентября , 14:55

“Йәшел Башҡортостан” был шәмбе үтәсәк

Радий Хәбиров яңы тәҡдим индерҙе. 

Добавить в предпочтительные источники Google
“Йәшел Башҡортостан” был шәмбе үтәсәк“Йәшел Башҡортостан” был шәмбе үтәсәк
“Йәшел Башҡортостан” был шәмбе үтәсәк

Республика сираттағы ҙур экологик акцияға – “Йәшел Башҡортостан”ға әҙерләнә. Хөкүмәт кәңәшмәһендә уның берҙәм көнө билдәле булды. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, быйыл ул шәмбе, 26 сентябрҙә, үтәсәк.

Быйыл акцияла бөтә республика буйынса яҡынса 44 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Уларҙың дүрт меңе – ирекмәндәр, 2,7 меңдән ашыуы — торлаҡ-коммуналь хужпалыҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ҡалғандары – халыҡ.

Быйыл өмә барышында республика буйынса 3,4 мең эре һәм 57 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ, 51 яңы тематик аллея булдырыласаҡ, тип хәбәр итте министр. Бынан тыш, 820 ағасты һәм 7,2 мең ҡыуаҡты алмаштырыу планлаштырыла, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫеп китә алмаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров акцияларҙың береһен яңы үҫентеләргә түгел, ә ултыртылғандарҙы ҡарауға бағышларға тәҡдим итте.

– Киләһе яҙ йәки көҙ яңы бер нәмә лә ултыртмаҫҡа, ә бөтә аҡсаны быға тиклем булдырылған аллеяларҙы ҡарауға йүнәлтергә тәҡдим итәм. Ҡырҡырға, утарға, алмаштырырға. Ағастарҙы ултыртыу ғына аҙ бит, уларҙың сәләмәт һәм матур булып үҫеүен күҙәтергә кәрәк, — тине республика етәксеһе.

Автор:
Читайте нас