Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
21 Сентября , 05:10

Йәш белгес эшкә ҡайтты

Йәштәрҙең диплом алып тыуған яҡтарына эшкә ҡайтыуы — бик һөйөнөслө күренеш. Бөрө медицина-фармацевтика колледжын тамамлап, Озерки ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәт юлын башлаған  Данил Мостафинға ла ҡыуанып бөтә алмай урындағы халыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сөйөш ауылы халҡы зыяратты таҙартаСөйөш ауылы халҡы зыяратты таҙарта
Сөйөш ауылы халҡы зыяратты таҙарта

 

Данил 2005 йылда Ҡорош ауылында күп балалы ғаиләлә өсөнсөһө булып донъяға иклә. Тәүҙә — урындағы, артабан Озерки урта мәктәбендә уҡый. Тап бында уның донъяға ҡарашы формалаша, кешеләргә ярҙам итеү теләге уяна. 2021 йылда, туғыҙынсы класты тамамлағас, маҡсатсан  егет Бөрө медицина-фармацевтика колледжына уҡырға инә.

Студент йылдары Данил өсөн медицина белемен үҙләштереү генә түгел, ә шәхси һәләттәрен асыу ваҡытыла була. Тырышып уҡыуы менән бергә ул ҡыҫҡа метражлы видеороликтар төшөрөү менән мауыға. Уларҙа тыуған яҡтың тәбиғәтен һәм ауыл халҡының көнкүрешен яҡтырта. Ижади һәләттәре иғтибарһыҙ ҡалмай, Данилды колледждың медиаүҙәгенә етәксе итеп саҡыралар. Үҙенең фекерҙәштәре менән бергә ул уҡыу йортоноң тормошон яҡтырта, конкурстарҙа ҡатнаша һәм бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай. Был тәжрибә Данилды көндәлек тормошта мөһим сифатты һәм яуаплылыҡты күрергә өйрәтә һәм нәҡ ошо тәжрибә бөгөн уға пациенттар менән аралашыуҙа ярҙам итә.

Диплом алғас, райондашыбыҙ бәхетен ситтән эҙләмәй, тыуған яғына ҡайта.

- Ҡорош ауылында былтыр яңы ФАП асылғас,  Озерки ауылында эшләп йөрөгән фельдшер унда  эшләргә ҡайтты, ә бында асыҡ вакансия ҡалды, — тип һөйләй урындағы ауыл биләмәһе башлығы Николай Булатов. — Яҡташыбыҙ Данил Мостафиндың быйыл диплом алыуын белгәс, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы баш табибы Юнир Ғәлин менән бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа хәл иттек һәм егетте эшкә саҡырҙыҡ.

Данил Павловичҡа тәүге көндәрҙән үк ауыл халҡы ышаныс күрһәтеп, сәләмәтлек буйынса проблемалары менән мөрәжәғәт итә башлай. Йәш белгес беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, пациенттарға консультациялар, кәңәштәр бирә һәм һәр кемгә ярҙам итергә тырыша.

Бөгөн йәш фельдшер 140-ҡа яҡын кешенең һауылығы өсөн яуаплы. Уларҙың күбеһе хаҡлы ялда һәм оло йәштәгеләр. Озеркиҙа йәшәүселәр өсөн квалификациялы ярҙамдың ауылда булыуы айырыуса мөһим, уларға консультация алыу йәки ҡан баҫыын үлсәтеү өсөн район үҙәгенә барырға кәрәкмәй. Ауыл ФАП-ы тулыһынса кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, табипҡа тиклемге ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле медикаменттар һәм саралар бар.

 — Ауылдаштарыма үҙ сәләмәтлектәренә яуаплы ҡарап, ваҡытында диспансеризация һәм  тикшереүҙәр үтеүен теләйем. Сөнки профилактика — оҙон һәм сәләмәт тормош нигеҙе. Сирҙе дауалағанға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк, — ти Данил Мостафин.

Марат Бүләков.

 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас