Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
21 Сентября , 09:55

“Эшемде яратып башҡарҙым”

Урман мастеры Зунил Әфләтүнов 50 йылға яҡын һөнәренә тоғро. "Бер мөғжизә булып, йәшлеккә ҡайтһам, ике лә уйламайынса, ҡабаттан ошо һөнәрҙе һайлар инем. Ғүмерем буйына хеҙмәтемде яраттым, ғорурланып йәшәнем", — ти Зунил Хамбал улы.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Эшемде яратып башҡарҙым”“Эшемде яратып башҡарҙым”
“Эшемде яратып башҡарҙым”

Зунил Әфләтүнов бала сағынан урмансы булырға хыялланған. «Уҡығанда биология фәнен бик яраттым. Мәктәпте тамамлау менән Павловка урман хужалығы училищеһына юл тоттом», – тип һөйләне үҙенең ни өсөн был һөнәрҙе һайлағанын аңлатып. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, уға 49 йыл тоғро ҡала.
Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлаған егетте Бөрө районының Яндыҙ урмансылығына эшкә ебәрәләр. Шунда беренсе хеҙмәт сынығыуы алған Зунил, белемен тағы ла арттырыу, урман серҙәренә нығыраҡ төшөнөү маҡсатында урман хужалығы техникумында ситтән тороп уҡый. Тыуған яҡ үҙенә тарта, 1979 йылда Борай районына эшкә ҡайта һәм бөгөнгәсә ул тыуған районы урмандары һағында тора.
«Кешегә урманда дүрт ағас кәрәк: нигеҙгә – имән, бураға – нарат, миндек яһарға – ҡайын, сабата үрергә – йүкә», – тип яҙа Әсғәт Сәләх үҙенең «Ҡайындар юлы» повесында. Заманалар үҙгәреп, кешелек донъяһы инде бөтөнләй икенсе төрлө йәшәһә лә, заманса технологиялар үҙ урынын әллә ҡасан алһа ла, урмандың кеше өсөн әһәмиәте кәмемәне. Сабатаһын үрмәһә лә, нигеҙен таштан яһаһа ла, өй һала, бурай, мунсаһына миндеген бәйләй, утынын ала. Урмансының да бурыстары кәмемәне, киреһенсә, артты ғына.
— Урман эше йыл әйләнәһенә туҡтамай. Ҡар һыуы бөтөү менән тиерлек ағастар ултырта башлайбыҙ. Посадкаларҙа тамыр алмаған ағастар урынына яңылары ултыртыла, артабан сүп үләндәренән таҙартыла. Ултыртыу, таҙартыу, һирәкләү, тәрбиәләү… Хужалыҡҡа бирелгән план бар, барлыҡ эштәр шул планға ярашлы башҡарыла. Мәҫәлән, быйылғы йәйҙә биш меңдән ашыу мунса миндеге бәйләп тапшырҙыҡ. Артабан халыҡҡа, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә диләнкә бүлеү, ағас әҙерләү. Ҡыштарын ҡарағай, шыршы тубырсыҡтарын йыйып, орлоҡ әҙерләү эше өҫтәлә. Былары ябайлаштырып әйткәндә инде, – тип аңлата ул хеҙмәт бурыстарын. – Урмандың торошон да контролдә тоторға кәрәк. Даими рәүештә биләмәләрҙе урап сығырға, ағастарҙың һаулығын баһаларға, урмандан файҙаланыу ҡағиҙәләренең үтәлешен күҙәтергә. Хоҡук боҙоуҙарҙы асыҡлайбыҙ һәм киҫәтәбеҙ. Законһыҙ ҡырҡыуҙарҙы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы һәм башҡа енәйәттәрҙе булдырмау, бөтөрөү өсөн саралар күрәбеҙ. Документ эше үҙе бер оло хеҙмәт. Башҡарылған эштәр тураһында акттар төҙөү, журналдар тултырыу, иҫәптәр рәсмиләштерелеп барырға тейеш.
Шулай, һәр эштең үҙ асылы бар. Үҙ ҡулы менән тотоп эшләгән кеше генә белә уны. Намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған мәҡәләм геройының. Район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығының Почет грамоталары бихисап, 2019 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Зунил Хамбал улының тормош иптәше Фәридә ханым да ғүмере буйына урмансылыҡта эшләп, лайыҡлы ялға сыҡҡан. Әфләтүновтар биш балаға ғүмер биреп, уларҙы үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Ете ейәнгә ҡәҙерле өләсәй-олатай булып йәшәйҙәр. Зунил ағайҙың эшен ихлас күңелдән яратып башҡарғанын аңлап: “Урмандан башҡа ниндәй ҙә булһа мауыҡҡан, яратҡан шөғөлөгөҙ бармы?” — тип һорайым.
– Юҡтыр. Ябай ауыл тормошо менән йәшәйбеҙ. Һыйыр, һарыҡ ҡарайбыҙ, тауығы-өйрәге тигәндәй. Баҡса үҫтерәбеҙ, – тип яуап бирҙе ул көлөп.
Эйе, ғорурланырлыҡ урыны бар Зунил Хамбал улының. Уның һәм хеҙмәттәштәренең ҡулы менән ултыртылған ағастарҙы һанаһаң, тиҫтәләрсә гектарға һуҙылған урмандар үҫтерелгән.

Венера Арысланова.

Борай районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас