Йәнтөйәк
+10 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
20 Сентября , 10:30

Яугир ҡатыны именлек өсөн тауыш бирҙе

Өлкән разведчик, кесе сержант Илдар Айҙар улы тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операция биләмәһендә ил тыныслығын һаҡлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугир ҡатыны именлек өсөн тауыш бирҙеЯугир ҡатыны именлек өсөн тауыш бирҙе
Яугир ҡатыны именлек өсөн тауыш бирҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ҡатыны Ләйсән Ибраһимова 3458-се һайлау участкаһына беренселәрҙән булып килде.

 Асҡын районында йәшәгән Илдар Айҙар улы менән Ләйсән Рамазан ҡыҙы күп бала тәрбиәләй. Уларҙың дүрт ҡыҙы бар. Өлкән разведчик, кесе сержант Илдар Айҙар улы тәүге көндәрҙән үк махсус хәрби операция биләмәһендә ил именлеген һаҡлай.

– Мин һайлау участкаһына гражданлыҡ бурысымды үтәү өсөн килдем. Беҙҙең һәр беребеҙҙән ил именлеге, балаларыбыҙ киләсәге нисек булыуы тора. Һайлауҙа ҡатнашыу бөтәбеҙ өсөн дә мөһим, – ти күп бала әсәһе Ләйсән Рамазан ҡыҙы.

 Фото: “Аскинская новь” гәзите сайтынан.

 
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас