Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
20 Сентября , 10:10

Һайлау барышын күҙәтә

Гөлшат Гурина район ветеринария станцияһында әйҙәүсе табип булып эшләй, ә һайлау көндәрендә Солтанай ауылының 914-се һайлау участкаһында блогер-күҙәтеүсе вазифаһын башҡара.

Һайлау барышын күҙәтәҺайлау барышын күҙәтә
Һайлау барышын күҙәтә


Гөлшат Гурина район ветеринария станцияһында әйҙәүсе табип булып эшләй, ә һайлау көндәрендә Солтанай ауылының 914-се һайлау участкаһында блогер-күҙәтеүсе вазифаһын башҡара.
Ул был статуста икенсе йыл, ләкин һайлауҙағы дөйөм стажы биш йылдан ашыу. Быйыл йәй Гөлшат уҡыуҙар үтеп, тест тапшырған.
— Беҙҙең участка биләмәһендә һайлау эшлекле, тыныс шарттарҙа үтә, закон боҙоуҙар юҡ, — тип һөйләй ул. — Кешеләр аңлы рәүештә килә, күптәре ғаиләләре менән. Алһыу Йосопова етәкселегендәге тәжрибәле комиссия ағзалары үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарай. Мин һайлау барышын үҙемдең социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә” битендә яҙып барам, Халыҡ йәмәғәт мониторингы программаһына ла һалам.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, яуаплы, тырыш Гөлшат Мөслим ҡыҙы тормош иптәше Денис Олегович менән өс бала тәрбиәләй: Дамирға — 15, Ринатаға — 12 һәм Динарға 9 йәш. Балалар ҙа ата-әсәләре кеүек әүҙем, маҡсатсан. Малайҙар спорт ярата, ярыштарҙа ҡатнаша, бассейнға йөрөй, ә Рината сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, бейей, йырлай.
Илһөйәр Махатова.

Һайлау барышын күҙәтә
Һайлау барышын күҙәтә
Һайлау барышын күҙәтә
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас