+19 °С
Ясно



Ошо үҙенсәлекле көндө ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева асты. Уның өсөн участкаға килеү — формаллек түгел, ә яҡташтары алдындағы шәхси яуаплылыҡты белдереү. Уның янында — ата-әсәһе: Дилбәр Фәтих ҡыҙы һәм Салауат Фәғәнәүи улы. Бер һайлау кампанияһынан да ҡалмай гражданлыҡ бурыстарын үтәп килгән был пар бөгөн дә һайлауҙа һәр тауыштың ысынлап та мөһим икәнлеген күрһәтте.
“Беҙ ҡатмарлы, берҙәмлек талап ителгән ваҡытта йәшәйбеҙ, бында һәр һайлау әһәмиәткә эйә. Ә өс быуын киләсәккә үҙенең «эйе»һен әйтергә бергә йыйылған икән, тимәк, беҙҙең ауылдың, беҙҙең илдең ныҡлы нигеҙе бар”, — тине һайлау комиссияһы ағзалары. — Һайлау участкаһына килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Үҙҙәренең миҫалы менән йәштәрҙе бындай мөһим саранан ситтә ҡалмаҫҡа өйрәткәндәргә рәхмәт. Көсөбөҙ — берҙәмлектә. Өмөтөбөҙ — йәштәрҙә. Үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ — һәр беребеҙҙә”.