

Оло быуын кешеләре һәр ваҡыт ил яҙмышы хәл ителгән мәсьәләләргә яуаплы ҡарай. Бирелә лә һайлау участкаһына хаҡлы ялдағы Венера апай Ғәниева беренселәрҙән булып килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне. Венера Ғәйнелйән ҡыҙының ғүмере тырыш хеҙмәттә үтә, оҙаҡ йылдар “Бүләк” колхозында алдынғы һауынсы булып эшләй, 33 йыл хеҙмәт һалып хаҡлы ялға сыға. Быйыл ул 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән.
Комиссия рәйесе Ильяс Ғәзинур улы ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам йыйыуҙа күп тырышлыҡ һалған Венера апайға рәхмәт әйтеп, ауыл биләмәһе хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Илһөйәр Махатова.