Йәнтөйәк
+19 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
18 Сентября , 09:15

Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе

Сураш  ауылы клубында урынлашҡан 939-сы һайлау участкаһында иртә менән байрам кәйефе тантана итә. Бөгөн бында йәрминкә лә гөрләп уҙа. 

Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙеИкмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе

Сураш ауылы халҡы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа әүҙем ҡатнаша. Беренселәрҙән булып оло йәштәгеләр килһә, урындағы мәктәп коллективы һәм Сураш ауылы ағинәйҙәре бергәләп килеп тауыш бирә.

Ауылдың уңған, күп бала тәрбиәләүсе Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндар ғаиләһе лә иртә менән килеп гражданлыҡ бурысын үтәй.  Үҙҙәре менән ҡыҙҙары Камилла, Амелия һәм улдары Рәхимде лә алып килә.

Клуб алдындағы майҙанда ойошторолған йәрминкәлә лә Ғайсиндар ғаиләһе үҙҙәре етештергән продукцияны — хуш еҫле икмәк, төрлө эслекле бәлештәр, бөйөрөктәр, хот-дог, ҡамырға төрөлгән сосиска, кекстар, һөт ризыҡарын һата.

Әйткәндәй,  уларҙың икмәк-була изделиеларын Солтанбәк, Үршиҙе ауылдарында ла  халыҡ көтөп ала.

“Көн дә 100-әр икмәк бешерәбеҙ. Ирем, ҡыҙҙарым ярҙам итә”, — ти үҙ эшен яратып башҡарған Зөлфиә Йәмил ҡыҙы.
Ғайсиндар ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Төрлө мәҙәни, спорт сараларында , өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.

Бар эшкә лә оҫта ғаилә башлығы Динар Рәзиф улы “Атайсал” проектының иң әүҙем ҡатнашыусыһы ла. Ул ошо проект сиктәрендә тыуған ауылында күперҙе ремонтлаша, ауыл байрамдарын үткәргәндә сәхнә, өҫтәл-эскәмйәләр яһауҙа ла, материалдар менән дә, аҡсалата ла ярҙам итә. “Атайсал” проекты сиктәрендә Динар Рәзиф улының ҡылған изге ғәмәлдәре Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосоповтың Рәхмәт хаттары, төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Талапсан, ойоштороу һәләтенә эйә Динар Рәзиф улы Солтанбәк ауыл Советы депутаты булараҡ та ауылдаштары, атайсалы мәнфәғәтенә бик күп изге эштәр башҡара.
Үҙ өлгөһөндә балаларын да аҡыллы, иманлы, эшһөйәр итеп, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырып, үҙ еренең, үҙ иленең патриоты итеп тәрбиәләгән хәстәрлекле атай, йүнсел ғаилә башлығы, әүҙем йәмәғәтсе булған Динар Рәзиф улын ауылда ғына түгел , районда ла , унан ситтә лә яҡшы беләләр. Район хакимиәте үткән йыл Динар Ғайсин кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы булдырған "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" миҙалына тәҡдим итте. Ул республикабыҙҙың хөрмәтле атайҙары менән бергә, Рәхмәт  хатына һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.
Әлбиттә, һәр кеше киләсәккә пландар ҡора, ниндәйҙер уй-хыялдар менән янып йәшәй. Ғайсиндарҙың да бар ундай уй-хыялдары: киләсәктә ғаилә кәсебе булған икмәк бешереү эшен тағы ла киңәйтеп, төрләндереп ебәреү, мал-тыуарҙы ла ишәйтеү. Бына шундай изге уйҙар менән йәшәй Сураш ауылының киләсәге, тотҡаһы, күрке булған йәш, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең береһе.

Наилә Имаева.

 

 

Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Икмәк бешереүсе Ғайсиндар ғаиләһе лә тауыш бирҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас