

Был коллективта һайлауҙа ҡатнашыуға ыңғай һәм аңлы мөнәсәбәт формалашыуы тураһында һөйләй.
Шифахана директоры әйтеүенсә, бөгөн Асҡын районы һәм тотош республиканың киләсәгенә нигеҙ һалына. Һәр тауыш мөһим, шуға күрә бар һайлаусы ла үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерергә тейеш.
“Беҙ хеҙмәттәштәребеҙ менән һайлауға битараф ҡалырға ярамай, тип ышанабыҙ: киләсәк беҙҙән тора, һәм һәр беребеҙ лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирергә тейеш. Беҙ конституцион илдә йәшәйбеҙ, власть кешеләрҙе ишетергә һәм уларҙың фекерен иҫәпкә алырға тейеш. Ә беҙ тауыш бирмәһәк, беҙҙе нисек ишетәләр?” — ти шифахана хеҙмәткәрҙәре.
Светлана Сәлмәнова.