

Республикабыҙҙа шулай уҡ Өфө ҡала Советына, Урал аръяғы округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм райондарҙағы үҙидара вәкилдәрен өҫтәмә тауыш биреү була.
Асҡын районында шулай уҡ 15-се һайлау округы буйынса район Советына өҫтәмә депутат һайлау уҙасаҡ.
Барлыҡ һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды. Улар киске 8-гә тиклем эшләй.
Асҡын районында ла иртәнге 8.00 сәғәттә барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишеген асты. Әүҙем тауыш биреү башланды.
Районда тауыш биреүҙе бер территориаль һәм 47 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлауҙар өс көн дауамында – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә үтә.